+24 °С
Ямғыр


Йырсы Радик Юлъяҡшинды сит балалар уратып алған һәм уға бүләк тапшырған.
Артист Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһенең ихатаһында ҡыҙыҡлы хәлгә тарыған. Юлъяҡшин подъездан сығып барғанда күп ҡатлы йортта йәшәүсе балалар ҡапыл уны уратып ала. Бәләкәй фанаттар артисты ҡосаҡлай һәм фотоға төшөрә башлай. Артист та юғалып ҡалмаған һәм был хәлде смартфонына төшөргән - һуңғараҡ ул видеояҙма, фотоларҙы социаль селтәргә һалған.
Фото: Т. Аманов