

Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында йәшәүсе Зөһрә Ғәмбәрованың йорт ихатаһында әлеге көндә 1 метр ҙа 60 сантиметр бейеклектәге гортензия күпереп сәскә атып ултыра. Ултыртҡан сағында 15-20 метр ҙурлыҡтағы үҫенте һигеҙ йыл эсендә кеше буйлыҡ булып үҫә. Тәжрибәле сәскә үҫтереүсе көн һайын һыу һибеүҙән тыш, уны тәрбиәләүҙең башҡа серҙәре менән дә уртаҡлашты.
Зөһрә Ғәмбәрованың йорт алдын башҡа төрлө бик күп сәскәләре лә биҙәй. Шулай ҙа гортензия барлыҡ сәскәләренең батшаһы булып ихатаһын йәмләй.
Фото: Зөһрә Ғәмбәрованың шәхси архивынан.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-08-10/gortenziya-tere-e-d-sere-bar-2904230