Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
9 Август 2022, 10:32

Башҡортостанда «Журфест-2022» ойошторола

Башҡортостан журналистарының «Журфест-2022» йәйге фестивале 19 августа Ҡариҙел районы «Звездный» физкультура-сәләмәтләндереү комплексында уҙғарыла. Ғәҙәттәгесә, бай белем биреү, мәҙәни һәм спорт программаһы көтөлә.

Башҡортостанда «Журфест-2022» ойошторолаБашҡортостанда «Журфест-2022» ойошторола
Башҡортостанда «Журфест-2022» ойошторола

Сарала федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмә вәкилдәре ҡатнаша.

Фестивалде асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһай, шул иҫәптән Ҡариҙел районы хакимиәтенән һәм Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан. Журналистарҙы бүләкләү, милли ихаталар менән таныштырыу була, концерт номерҙары күрһәтелә.

Журналистар өсөн саҡырылған эксперттар ҡатнашлығында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт уйындары үткәрелә.

Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостандың Журналистар союзы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-08/zhurnalisty-bashkortostana-soberutsya-na-traditsionnyy-zhurfest-2901152

Автор:Ләйлә Аралбаева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас