

Ҡырмыҫҡалы районында фатир асҡыстарын тапшырыу матур йолаға әүерелгән. Күптән түгел Олокүл ауылынан Эльмира Хәлилова, Бельскийҙан Айгөл Яҡшембәтова һәм Ҡамышлы ауылынан Алексей Кулагин үҙ мөйөшлө булды. Уларға торлаҡ ҡына түгел, йәшәү йәмен, бәхет бүләк иттеләр!
Уларҙың барыһы ла етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Бәхеткә күрә, бөгөн уларҙың яҙмышында барыһы ла яҡшы. Улар яратҡан һөнәре буйынса уңышлы ғына эшләп йөрөй, үҙ тормошон ҡора.
Йәштәрҙе тормошондағы мөһим ваҡиға менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илдар Латипов һәм район хакимиәтенең юридик бүлек етәксеһе Айҙар Саяпов ҡотланы.
Беҙ барыбы ҙа йәштәргә ғүмерҙәренең тик бәхеттән тороуын, бары уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Йорттары бәхеткә һәм күңел йылылығына сорналһын!
Яңы йорттар, фатирҙар төҙөлөүе иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фотолар: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Айһылыу Низамова