Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Август 2022, 06:08

Халыҡ сәләмәтлеге өсөн

Район үҙәк дауаханаһы халыҡтың сәлә­мәтлеген тик­шереү өсөн диспансеризация үткәрә. Был сара ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға, граждандарҙың сәләмәтлек сифатын күтәреүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәл­телгән.

Халыҡ сәләмәтлеге өсөнХалыҡ сәләмәтлеге өсөн
Халыҡ сәләмәтлеге өсөн

Әлбиттә, һаулыҡ тура­һында ҡайғыртыу оҙаҡ йә­шәү­ҙең нигеҙе булып тора. Шуның өсөн дә профилактик медицина тикшереүҙәре һәм диспансерлаштырыу мөһим роль уйнай.
Мөкәй ауылы халҡы ла ауылға аҡ халатлыларҙың ки­леп, диспансеризация үткә­реүен көтөп алды. Был көндө район дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре - Илтуған һәм Һыуыҡ Шишмә ФАП-тарын етәкләгән Гүзәл Хәсә­нова һәм участка шәфҡәт туташы Луиза Әрҙәширова ки­леү­селәрҙе ҡабул итһә, Шай­­­моратов фельдшер-аку­шер­лыҡ пункты мөдире Гөлнур Кадаева ЭКГ үткәрҙе, Арыҫ­ландан фельдшер Светлана Мещерякова анализдар алды, Түбәнге Төкөн ФАП-ының фельдшер-акушеры Рәшиҙә Сәлимгәрәева ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итте.
- График буйынса ауылдар буйлап йөрөйбөҙ. 65 йәштән өлкән граждандарҙың анализдары алына, күҙ һәм ҡан баҫымы үлсәнә, уларға электрокардиограмма үткәрелә. Медицина күрһәткестәре буйынса артабан тикшереүҙәр тәғәйенләнә, район һәм республика дауаханаларына ла йүнәлтмәләр бирелә.
Диспансеризация үтеү хроник йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы (йөрәк-ҡан тамыры систе­маһы, онкология, шәкәр диабеты, гипертония) иртә диаг­­­ностикалау һәм уларҙың үҫеше риск факторҙарын бил­дәләү өсөн дә бик мөһим. Был көндө шулай уҡ ауырыуҙарҙы профилактикалау буйынса әңгәмә рәүешендә “Сәлә­мәтлек мәктәбе” уҙғарыла, - тип һөйләне Гүзәл Салауат ҡыҙы Хәсәнова.
Профилактика өсөн медицина тикшереүен һәм диспансеризацияны ваҡытында үтеүҙең мөһимлеген һәр кем аңлаһын ине. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фәниә Сәлимгәрәева.

Шәүрә Мәхмүтова:
- Өлкән йәштәге кешеләргә район үҙәгендәге медицина учреждениеһына барыу ҡыйыныраҡ. Шуға ла ауылыбыҙҙа ғына тикшереүҙәр үтеүе бик һәйбәт булды. Бөгөн төрлө анализдар бирҙек, кардиограмма үттек, кәңәштәр ҙә алдыҡ. Ауылыбыҙҙа белгес булмау сәбәпле, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй. Бөгөн иһә алдан яҙылмай ғына медицина хеҙмәткәрҙәре менән күрештек.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас