Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Август 2022, 05:56

Бер өләсәй ейәндәрен туҡмап, иҙән аҫтында бикләп тә тотҡан

Был хәл Ейәнсура районында теркәлгән.  

Бер өләсәй ейәндәрен туҡмап, иҙән аҫтында бикләп тә тотҡанБер өләсәй ейәндәрен туҡмап, иҙән аҫтында бикләп тә тотҡан
Бер өләсәй ейәндәрен туҡмап, иҙән аҫтында бикләп тә тотҡан

Өләсәй кеше  тәрбиәгә алған 2012 һәм 2014 йылғы ейәндәрен йыш ҡына туҡмап, күп тапҡыр иҙән аҫтында бикләп тотҡан, көс еткеһеҙ эштәр башҡарырға ла мәжбүр иткән. Үҙе иҫерткес эсемлектәр менән мауыға, малайҙарҙы  тәрбиәләү менән бер ҙә шөғөлләнмәй, уларҙы бысраҡ шарттарҙа йәшәтә. Бар ҡылған эштәре өсөн уға яуап бирергә тура киләсәк. Ҡанһыҙ өләсәй балаларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәгән өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Әлеге ваҡытта балалар ғаиләнән алынып, балалар йортона урынлаштырылған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Енәйәт эше Ейәнсура районы буйынса мировой судьяға ҡарау өсөн ебәрелгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас