Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Август 2022, 05:26

Ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта?

Был һорауға яуапты Белорет районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфиянова бик яҡшы белә. Уның күңел кисерештәре, йөрәк яраһы - яҙмала.   

Ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта?Ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта?
Ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта?

Белорет районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфиянова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо һорауға яуап менән уртаҡлашты.

– Ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта? Ҡатын-ҡыҙҙы сей утын һәм үтмәҫ бысаҡ ҡартайта, тигәндәр элегерәк. Был бик дөрөҫ. "Ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта?" - тип һүҙ башлауым була, тормош иптәшем ашығып бысаҡ үткерләгескә тотона ине. Бына инде хәҙер яңғыҙ ҡалғас, бөтә эш, хатта бысаҡ үткерләү кеүек ваҡ мәшәҡәттәр ҙә үҙемә ҡалды. Бөгөн теүәл өс ай булып китте уның вафатына. Әлхәмдуллиллаһ, балаларым яңғыҙ ҡалдырмай, әммә күңел яңғыҙ, өйрәнеп булмай. Элек ауыр саҡ килеп сыҡһа, әсәйгә саба инем, ә хәҙер илап һыйыныр кеше юҡ.

Эйе, балалар, ейән-бүләләр бар, Аллаға шөкөр, әммә уларҙың күңеленә яра өҫтәйһе килмәй. Улар күрмәгәндә генә илап алаһың да түҙәһең. Алай ҙа ғына доғалар бар, мәсеткә барып аят уҡытһам, еңел булып ҡала. Бына шулай йәшәлә. Ә ваҡыт аяуһыҙ, аға ла аға. Ул һин теләгәнсә туҡтап тора алмай шул. Йыл буйына һағынып көтөп алған йәй ҙә унһыҙ үтеп бара. И-и-их йәл. Хатта аяҙ күктә аҡҡан мамыҡ болоттарға ла тыныс ҡына ҡарай алмайым. Ваҡыт дауалай тиҙәр, ә ҡасан йөрәк әрнеүен йүнәлтә башлар икән. Әлдә ағинәйҙәрем, дуҫтарым бар, көн дә шылтыратып, хәл белешеп, йыуатып торалар. Был әбей мыжыуы менән ялҡыта, тип миңә асыуланмағыҙ, зинһар, һеҙгә, дуҫтарым-туғандарым, шундай ҡайғылар Хоҙай бирмәһен, ә кем үҙ иңендә татыған, уларға сабырлыҡ теләйем. Ғәфү итегеҙ, – ти уртаҡлаша Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта?

Фото: Зөбәржәт Суфиянованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-08-03/atyn-y-y-nim-artayta-2897410

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас