

Кем генә мунса яратмай? Тән таҙара, яҙыла, барлыҡ ауыртыу-борсолоуҙар ҙа йыуылып төшкәндәй була. Әммә... Мунса беҙ уйлаған тиклем файҙалымы һәм хәүефһеҙме?
... Бынан күп йылдар элек бер таныштарҙың йортона көтөлмәгән фажиғә килде: мәктәп тамамларға йыйынған ҡыҙҙары мунсала әллә еҫ тейеп, әллә башына эҫе ҡабып һәләк булды. Әйтергә кәрәк, татыу һәм ҙур ғаилә етеш, матур донъя көтә ине. Мунсалары ла уйлап, еренә еткереп эшләнгән булған, күптән һыналған һәм бығаса сифатында шикләнерлек хәлдәр булмаған. Был хәл ғаиләнең тормошон тулыһынса өҫтөн-аҫҡа әйләндерҙе, медицина тармағанда эшләгән һәм ҡыҙына ваҡытында ярҙам итә алмаған әсә ниҙәр кисергәнен-уйлағанын бер Хоҙай ғына белә...
Шуға күрә иң ябай, күнегелгән ғәмәлдәргә лә һаҡ ҡарау мөһим, ә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай. Бигерәк тә, мунсала.
Белгестәр билдәләүенсә, мунсаға барыуҙың төп өҫтөнлөгө йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшен яҡшыртыуға һәм тәнде яҙыуға ҡайтып ҡала. Сауналар күптән инде терапия сараһы булараҡ эшләй: әле 3000 йыл элек үк майя цивилизацияһында уны һаулыҡты нығытыу өсөн ҡулланғандар. Әммә был ғәмәл барыһына ла тура килә тигән һүҙ түгел.
Сәләмәтлек өсөн файҙаһы нимәлә?
Мунсала кешенең йөрәк тибеүе йышая һәм ҡан тамырҙары киңәйә. Был түбән һәм уртаса әүҙемлектәге физик күнегеүҙәрҙәге көсөргәнешкә тиң һәм ҡан әйләнешен тиҙәйтә. Һөҙөмтәлә, мускулдар ауыртыуы баҫылыуы, быуындар хәрәкәтсәнлеге артыуы күҙәтелә, артрит ваҡытында ауыртыу кәмей, шулай уҡ тән яҙылып, үҙ-үҙеңде яҡшыраҡ тойоуға килтерә. Эҫе быу тәьҫирендә тәндең барлыҡ ағзалары ла ҙур көсөргәнеш кисерә. Шунлыҡтан да мунса ултырып эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн айырыуса файҙалы — тәндең хәрәкәтсәнлеге яйға һалына, көс, һығылмалылыҡ арта.
Бынан тыш, мунсаға барғанда стресс кимәленең түбәнәйеүе лә билдәле. Был да үҙ сиратында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен кәметеүе ихтимал. Әйткәндәй, был йәһәттән, фин ғалимдары тикшеренеү үткргән, унда 42-60 йәшлек 2315 ир-егет ҡатнашҡан. 20 йыл дауамында уларҙың һаулығы тураһында мәғлүмәттәр анализланған. Һөҙөмтәләр саунаға йөрөгән кешеләргә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән вафат булыу хәүефе аҙыраҡ янауы асыҡланған.
Шулай ҙа, мунсанан гел ыңғай һөҙөмтәләр көтөргә ярамай. Мәҫәлән, мунсала организмға һыуһыҙланыу хәүефе янай. Был тирләгән ваҡытта шыйыҡсаны юғалтыу һөҙөмтәһе булыуы ихтимал. Ә бөйөр ауырыуҙары кеүек сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн һыуһыҙланыу хәүефе тағы ла юғарыраҡ булыуы мөмкин.
Шулай уҡ, хроник ауырыуҙар көсәйгәндә, тән температураһы юғары саҡта, төрлө йөрәк сирҙәрен кисергәндән һуң, ҡандың аҙлығы, гепатит, тән, күҙ, ҡолаҡ ауырыуҙарынан яфаланғандарға, ауырлы ҡатындарға сабына торған урынға инеү ҡәтғи тыйыла.
Был бигерәк тә: “Мунсала бер сабынһам, хәҙер йүнәлеп китәм ул!”, - тигәндәргә ҡағыла, сөнки бәғзеләр үҙен насар тойғанда ла мунсаға ашыға. Был кешенең хәлен, киреһенсә, киҫкенләштерәсәк.
Мунсаға ныҡ ашап йәки ас килеш барырға кәңәш ителмәй. Ингәс тә, эҫе ләүкәгә менергә түгел, бер аҙ аҫта ултырып торорға кәрәк. Тәүге тапҡыр эҫегә инеүсегә — биш минут, ә мунсаға һәм миндеккә өйрәнгән кешегә ярты сәғәттән ашыуыраҡ сабынырға ярамай. Эҫенән һуң шунда уҡ һалҡын һауаға, йә бассейнға йүгерергә лә кәрәкмәй. Һалҡын һыу эсеү ҙә ҡәтғи тыйыла, үлән төнәтмәһенән яһалған сәй эсеү файҙалы ла, хәүефһеҙ ҙә.
Мунса һәм сауна тураһында мифтар
Беренсе уйҙырма – тир менән организм токсиндарҙан арына. Эйе, ысынлап та, мунсала йә саунала булғанда ныҡ тирләтә, әммә нимә тимәһендәр, тир менән бергә токсиндар ҙа бүленеп сыға тигән һүҙ. Әммә был йәһәттән бер ниндәй ҙә фәнни тикшеренеүҙәр юҡ. Алкоголь, терегөмөш һәм алюминий кеүек токсиндарҙы башлыса бөйөр, бауыр һәм эсәк сығара.
Икенсе уйҙырма: саунаға барыу ябығырға ярҙам итә. Мунсаға барғандан һуң 500 грамм самаһы ауырлыҡты юғалтырға була, әммә майҙы түгел, ә тирләүгә бәйле шыйыҡсаны юғалтыу иҫәбенә. Шуға мунсаға йөрөп кенә һомғол булам тип уйлау – төптө буш хыял.
Мунсанан ҡурҡырға кәрәкме? Күпселек кешеләр өсөн сама белеп мунсаға йә саунаға йөрөү хәүефһеҙ. Бынан тыш, һыуһыҙланыу кисереүҙе, гипотонияны (түбән баҫым), аритмияны һәм ҡапыл вафат булыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн ҡәҙимге һаҡлыҡ сараларын күрергә кәрәк:
тир бүленеп сығыуҙы кәметкән һәм эҫе һуғыуға килтергән спиртлы эсемлектәр һәм дарыуҙар ҡулланмағыҙ;
бер барғанда саунала йә мунсала булыу ваҡыты 20 минуттан артмаҫҡа тейеш;
саунаға йөрөүҙе яңы башлап тороусыларға иһә 5-10 минуттан башларға һәм ваҡытты аҡрынлап арттырырға кәрәк;
күп һыу эсегеҙ – мунсаға барған һайын икенән алып дүрт стаканға тиклем; был тирләгәндә шыйыҡсаны юғалтыуығыҙҙы кәметәсәк;
ауырлы ҡатындарға, ҡан баҫымы түбән булғандарға, бөйөр ауырыуҙарына дусарҙарға саунаға барыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк;
мунсала балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: улар һәр саҡ күҙәтеү аҫтында булырға һәм саунаға инеү ваҡыты 15 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Фото: 71015.selcdn.ru