

Мәҙинә исемле ҡатын үҙенең үкенесле тормош тарихы менән бүлеште. “Йәш саҡта аҡыллыраҡ булып, ҡулымдағы ҡошто осормаһам, бөгөн күпкә бәхетлерәк булыр инем”, – тип инана ул. Әйҙәгеҙ уны тыңлап ҡарайыҡ, килешерһегеҙме икән?
“Туйға саҡырҙылар, – тип башланы һүҙен Мәҙинә. – Әсәйем яғынан туғандар менән, ул мәрхүм булғас, оҙаҡ йылдар аралашҡаныбыҙ юҡ ине. Был юлы уның иҫтәлеген яңыртып, тантанаға әйҙәгәстәр, хәбәрҙе шатланып ҡабул иттек һәм юлға йыйына башланыҡ.
Ҡыҫҡаһы, ҡыҙым менән килен буласаҡ ҡыҙҙың тыуған яғына, алыҫ райондарҙың береһенә ҡунаҡҡа юлландыҡ. Эйе, икебеҙ генә: ирем менән күптән айырылышҡанбыҙ, шәхси тормошомдо рәтләй алманым, “эш-йорт” маршруты буйынса йәшәп ятыуым. Фатирым бар, машинаны күптән үҙем йөрөтәм, эштә биләгән вазифам да үкенерлек түгел. Ҡыҙымды ла белемле иттем, уның менән сәйәхәт итергә, бергә театр-киноға йөрөргә яратабыҙ. Тик... Ир-ат яғынан иғтибар булһа ла, бергәләп тормош көтөп алып китерҙәй кеше һаман осрамай, хәҙер иһә хәлемә күнеп тә бөттөм шикелле. Мәгәр, ҡыҙым кейәүгә сығып, айырым йәшәй башлаһа, яңғыҙлыҡ бер аҙ ҡурҡытҡандай тойола...
...Туй район үҙәгендәге кафела ойошторолғайны. Сәскәләр, шарҙар, күңелле музыка. Йөҙҙәре бәхеттән балҡыған йәштәр, күңел асыуҙы көҫәп килгән ҡунаҡтар. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла ғәҙәттәгесә. Беҙҙе бик матур ҡаршы алдылар, өҫтәл артына оҙатып ҡуйҙылар. Ығы-зығы баҫыла биргәс, тирә-йүнгә күҙ һалдым һәм... ер тишегенә төшөп китә яҙҙым: ҡаршы өҫтәлдәрҙең береһендә, ҡунаҡтар араһында, минең йылдар буйы осратырға хыялланған, иҫәпһеҙ йоҡоһоҙ төндәрҙе уға бағышлаған беренсе мөхәббәтем, ғүмерлек һағышым ултыра ине. Ҡатыны менән!
Туй ҡайғыһы китте. Тәүҙә: “Күлдәгем килешлеме икән?”, “Ныҡ өлкән күренмәйемме?”, “Мине танырмы?” кеүек уйҙар йәшен тиҙлеге менән башымдан үтте. Бында нимәгә килгәнемде лә оноттом, аппетит юғалды. Йөрәк дарҫлап тибә, тынғыһыҙлыҡ, көтөү, тулҡынланыу...
Ә ул мине күрмәне лә! Ҡатыны менән хәтәр пар килгәндәр: күгәрсендәй гөрләшәләр, бер-береһенең ауыҙына ғына ҡарап торалар. Ҡасандыр мин ябыҡ кәүҙәле, һонтор егет итеп белгән кеше ҡалынайған, мөһабәт кәүҙәле, ғәйрәте ташып торған күркәм иргә әүерелгән. Ҡатыны йылмайып ҡына тора, сибәр, баһаһын белгән матур ханым. Һәр парлы бейеүгә тиерлек төшәләр, бер-береһенә иғтибарлылар, хатта тышҡа сығып килгәндә лә ҡулға-ҡул тотоношоп баралар. Матурҙар – бәхеттәре йөҙҙәренә яҙылған.
Ирекһеҙҙән күҙҙәремә йәштәр төйөлдө. Ә бит үҙ заманында, студент саҡта был егет менән арабыҙҙа булмышты яндырып алып барған ғишыҡ уты тоҡанғайны. Күпме матур көндәрҙе һәм ҡайнар төндәрҙе бергә үткәрҙек! Әммә мин һөйгәнемде етди ҡабул итмәнем, сағыу тормош, уңышлы көндәр алда кеүек тойолдо. Уның менән ныҡ рәхәт булһа ла, һәр аҙымынан хилафлыҡ эҙләй инем. Ә бер заман шундай этлек ойошторҙом: бер әшнә тейешле ҡыҙҙы ҡотортоп, уны һынамаҡ булдым, йәнәһе, миңә хыянат итерме-юҡмы? Был эш, әлбиттә, яҡшы тамамланманы – йәмһеҙ итеп араларыбыҙ өҙөлдө.
Хәлдең айышына төшөнгәс, ғәфү итмәне. Ә тормошомдан юғалғас, уның ни тиклем ҡәҙерле һәм кәрәкле икәнлеген аңланым, тик һуң ине... Тормош үҙ яйына тәгәрәне. Айҙар, йылдар үтте. Университеттан һуң артымдан йөрөгән егеткә кейәүгә сыҡтым, ҡыҙым тыуҙы, тик никахыбыҙ тиҙ тарҡалды. Әйтеүемсә, эшем уңышлы барһа ла, шәхси тормоштан уңманым: башҡа күңелде йылытҡан ир-ат осраманы. Үҙемдең еңел-елпелегем арҡаһында юғалтҡан беренсе мөхәббәтем тураһында йыш уйлаһам да, хатта социаль селтәрҙә уның тормошон ситтән генә күҙәтеп барһам да, уға яҡын барырға, үҙем хаҡында иҫкә төшөрөргә бер ваҡытта ла ҡыйманым, үкенестәремде эскә йоттом да, алға атланым...
Һәм бына, ул күҙ алдында ғына, бер мәжлестә ултыра. Ни эшләргә? Нисек үҙемде тоторға? Бына шулай, ғүмер буйы көткән осрашыу ҡәҙимге күренешкә әүерелде лә ҡуйҙы. Тәү ҡарамаҡҡа, нимәһе бар һымаҡ: эргәһенә бар, һаулыҡ, хәл-әхүәл һораш та – вәссәләм. Ә ҡыйыулыҡ етмәй, йөрәк тә болоҡһой...
Йәштәрҙе ҡотлау ваҡыты етте. Ул ҡатыны менән уртаға сығып бик матур һүҙҙәр әйтте, ихлас ҡотланылар. Кейәү булған егеттең ата-әсәһенең ғаилә дуҫтары икәнлеген дә төшөндөм.
Беҙҙең сират еткәс, аяҡтарым мамыҡҡа әүерелдеме ни. Үҙемде ҡулға алырға тырышып, ҡыҙыма тотоноп тигәндәй, уртаға сығып баҫтым. Нимә-нисек ҡотлағанмындыр – бының бер әһәмиәте лә юҡ ине. Ниһайәт, бар ҡыйыулығымды йыйып, ул ултырған яҡҡа күҙ ташланым. Күҙҙәребеҙ осрашты. Таныны! Бер генә мәлгә тертләп киткәндәй тойолдо, йөҙөндә йылмайыу остоғо сағылды.
Туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, кем бейей, кем аралаша, кем кәйеф-сафа ҡора, тигәндәй. Тышҡа сығып һауа һулап керәм тигәндә, ишек төбөндә генә ҡапма-ҡаршы осраштыҡ. Ул ҡатыны менән тыштан инеп килә ине.
– Һаумы, Мәҙинә!, – тине ул бер ни булмағандай. – Хәлдәр нисек? Һине күреүемә шатмын! Был – ҡатыным Гөлнара. Гөлнара, был – Мәҙинә, күптәнге танышым, – тине. Аҙаҡ бер ни булмағандай, юлын дауам итте. Бына шулай: мин ғүмер буйы уны уйлап, үкенестәр кисерәм, ә ул мине күптән онотҡан, имеш! Бәхетле, һил тормош кисерә – мин уның ике ятып бер төшөнә лә инеп сыҡмайым, ахыры...
Кәйефем төштө. Исмаһам, уның күҙҙәрендә ниндәйҙер һағыш һәм үкенес тойғолары күрергә теләгәйнем, тик өмөттәрем аҡланманы – тәүге мөхәббәтем, ҡасандыр үтә ҡәҙерле кешем өсөн мин күптән үтеп киткән, ғүмерҙең онотолған бер мәле генә булып сыҡтым... Дөрөҫөрәге, үҙемдең үкенестәремдән хыялдар ҡорғанмын, үҙемдең уйҙарымда тыуҙырған образға табынып йәшәгәнмен. Хыялый!
Туйҙың бер йәмен дә, ҡыҙығын да тойманым. Шулай ҙа бер ҡыуынысы бар: тап ошо көндө ҡыҙым итәғәтле, белемле бер егет менән танышты, араларында ғишыҡ уты тоҡанды шикелле. Бәхетле булһындар!
Мин, әлбиттә, тормошомдо әүәлгесә дауам итәм, эшләйем, дуҫтарым менән осрашам, буш ваҡытта театрға-концертҡа йөрөйөм. Ә беренсе мөхәббәтем урынына күңелдә әсендергес бушлыҡ ҡына ҡалды. Элек, ошо осрашыуға тиклем, уны уйлап, хыялдар менән күңелемде йыуатһам, хәҙер иһә ул тойғолар өҙөп ташлағандай юғалды ла ҡуйҙы. Әйткәндәй, социаль селтәрҙәге сәхифәһенә лә башҡаса күҙ һалғаным юҡ – ҡыҙыҡ түгел. Бер генә уй тынғы бирмәй: мине бер ҡасан да бер кем дә яратманымы икән?”
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Фото: weddywood.ru