Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
31 Июль 2022, 10:19

Ҡайнатма күбегенән мармелад

Баймаҡ районынан Ләлә Рафиҡованан бик файҙалы рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ул был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә яҙған  

Ҡайнатма күбегенән мармеладҠайнатма күбегенән мармелад
Ҡайнатма күбегенән мармелад

Баймаҡ районынан Ләлә Рафиҡованан бик файҙалы рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ул был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә яҙған.

"Беҙ ризыҡты исраф итеп өйрәнмәгәнбеҙ. Ҡалдыҡты малға бирәбеҙ. Киноларҙа ашап бөтмәгән ризыҡтарын тура ҡый һауытына ташлайҙар бит әле шуны күргән һайын итем йырыла. Беҙ бит улайтмайбыҙ! Ризыҡты исраф итергә ярамай, кейәһе етә, тип үҫтерҙеләр.
Еләк ҡайнатҡанда күбеген алабыҙ бит инде. Шуны ташлауы йәл. Тәмле итеп майикмәк бешереп алып, күбекте һылап хозурланып сәй эсеп алдым да мармелад эшләргә булдым.
Баяғы тәмлекәсте эшләр өсөн бер ҡап (10 грамм) агарҙы (пектин да бара) 1 стакан һыуға һалып бүрттерҙем. 20 минут тирәһе. Әйткәндәй, мин бер нәмәне лә рецептҡа, ваҡытына ҡарап эшләмәйем, күңел ҡушыуы буйынса эшләйем. Тик бында әҙ-мәҙ байҡаштырҙым. Желатин менән дә эшләргә мөмкин, мәгәр мин уны ҡулланмайым, беҙгә хәрәм булған нәмә ҡушылыуы ихтимал. Агар менән пектинда ул юҡтыр, тип ышанам.
Бәләкәй эмаль кәстрүлгә бүрткән агарҙы ҡойоп, өҫтөнә күбекте һалдым. Ныҡ итеп болғаным да һүрән генә утҡа ҡуйып ҡуйыртып алдым. Һауыттарға ҡойоп һыуыттым да һыуытҡысҡа ҡуйҙым.
Аҙаҡ киҫәктәргә бүлеп, шәкәр ҡомонда аунатып алырға була. Кокос вағына ла һалып болғарға мөмкин. Минең уларҙың икеһе менән дә дуҫлыҡ юҡ. Шуға шул килеш кенә сәй табынына ҡуйҙым. Бер өлөшөн һынамаҡҡа шәкәр ҡомонда аунатып алдым.
Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле!"
 
Фото: Ләлә Рафиҡова.
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-07-31/aynatma-k-begen-n-marmelad-2893447
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас