Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Июль 2022, 05:36

Һуғанды ҡасан йыйып алалар?

Һуғандың йыйыу ваҡытын билдәләү бик ауыр түгел.

Һуғанды ҡасан йыйып алалар?Һуғанды ҡасан йыйып алалар?
Һуғанды ҡасан йыйып алалар?

Түтәлдәге һуғандың һабаҡтары һарғая, кибә башлай. Ғәҙәттә уны июль аҙағынан алып августың уртаһына тиклем йыйып алалар.

Өлгөрөп еткәнен нисек белергә һуң? Ултыртҡандан һуң һуған 68 – 83 көндә өлгөрә. Шулай уҡ йәйҙең нисек килеүенә лә иғтибар итергә кәрәк. Әгәр ҙә һыуыҡ булып, ямғырҙар йыш ҡына яуһа, һуған оҙағыраҡ үҫә, шуға күрә йыйып алыу ваҡыты ла күсерелә. Тик артыҡ һуңға ла ҡалырға ярамай, яңы тамырҙары барлыҡҡа килеүе бар.

Һуғанды ҡоро көндө алыу кәңәш ителә. Һауа торошо мөмкинлек бирһә, йолҡоп алынған һуғанды кипкәнсе түтәлдә лә ҡалдырып торорға була. Тик төнгә өҫтөнә берәй материал ябырға кәрәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас