Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Июль 2022, 18:11

Радий Хәбиров - "Башҡорт аты"нда

Башҡортостан Башлығы: "Тоғро дуҫ, яуҙа юлдаш, хужалыҡта шәп ярҙамсы - был беҙҙең башҡорт аты тураһында. Сыҙам һәм уникаль тоҡом - башҡорт тоҡомо".

Радий Хәбиров - "Башҡорт аты"ндаРадий Хәбиров - "Башҡорт аты"нда
Радий Хәбиров - "Башҡорт аты"нда

"Беҙ был сараны матур һәм сағыу итеп ойошторорға тырыштыҡ. Программала - бәйге, милли спорт төрҙәре, йылҡысылыҡ продукцияһы менән танышырға була. шул уҡ ваҡытта фестиваль - етди ғилми сара. Бында сит ил ғалимдары ла ҡатнаша. Төп маҡсат - йылҡысылыҡ тармағының проблемаларын барлыу, спорт һәм етештереү торошон анализлау, генетика үҫеше йүнәлештәрен һәм тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү", - тип яҙған БР Башлығы социаль селтәрҙә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, башҡорттар атҡа иғтибарҙы кәметмәй. Беҙҙең бурыс - Башҡортостанда йылҡысылыҡтың сәскә атыуын тәьмин итеү.

Фото: vk.com (Р. Хәбиров сәхифәһенән)

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-07-30/radiy-h-birov-bash-ort-aty-nda-2892687

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас