Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
30 Июль 2022, 09:39

"Бәйге" башланды!

Баймаҡ районының Граф күле буйында барған "Башҡорт аты" фестивалендә "Бәйге" күп алышы старт алды, тип хәбәр итәләр. Был бик ҡыҙыҡтырғыс тамаша. Әле чемпионатҡа һайлап алыу турында көс һынашалар.

"Бәйге" башланды!"Бәйге" башланды!
"Бәйге" башланды!

"Бәйге"лә 200-ләп кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Күп алышҡа түбәндәге һынауҙар инә:

Суҡмар ырғытыу (метание булавы), Таяҡ тартыу (мас-рестлинг), Тарт-эт (Тяни-толкай), Тартыш (перетягивание), Арҡан тартыу (перетягивание каната), Уҡ атыу (стрельба из лука), Бүрәнә тартыу (тягание бревна), Бүрәнә ауҙарыу (кантование бревна), грепплинг һәм көрәш (борьба).

Бәйгеләргә уңыштар!

Әйткәндәй, "Башҡорт аты" фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша.

Фото: vk.com

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас