Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
29 Июль 2022, 16:42

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хаҡтар артасаҡмы?

Был һорауға Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты аныҡлыҡ индерә.  

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хаҡтар артасаҡмы?Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хаҡтар артасаҡмы?
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хаҡтар артасаҡмы?

Йыл һайын июль айында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн тарифтар индексациялана. Аныҡ һандар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ҡарала.

Әйтәйек, 2022 йылдың 1 июленән Башҡортостан буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн уртаса индек 4,4 процент тип раҫланған, был һан ике процетҡа артыуы ихтимал, әммә 6,4 проценттан юғарыраҡ була алмай. Башҡортостанда электр энергияһына тарифтар 5,1 процентҡа, газ өс процентҡа, башҡа коммуналь хеҙмәттәр 4,4 процентҡа артҡан. Үҫеш әллә ни ҙур булмаһа ла, 2022 йылда инфляция күләме артып, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы фаразлауынса, 16,5 процентҡа етәсәк. Тарифтарҙың ошо күләмгә үҫеүен көтөргәме?

Һуңғы йылдарҙа тарифтар бер кимәлдә һаналған һәм инфляция кимәле иҫәпкә алынмаған. Хатта пандемия хөкөм иткән 2020 йылда инфляция кимәле 4,9 процент тәшкил итә, ә Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр 5,6 процентҡа арта, 2021 йылда инфляция кимәле 8,39 процент булһа, тарифтар 5,8 процентҡа арта. 2023 йылда инфляция туғыҙ процент кимәлендә буласаҡ тип билдәләнә. Тимәк, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар әллә ни күтәрелмәйәсәкме?

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, яңы тарифтар 2022 йылдың 31 декабренә раҫланасаҡ. Ведомствола билдәләүҙәренсә, 2023 йылда электр энергияһы үҫеше биш процент тәшкил итәсәк (хәҙер — 5,1 процент). Бынан тыш, Федераль закон тарифтарҙы арттырыуҙы сикләй (Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 157.1-се статьяһы).

Фото һәм текст сығанағы: "Башинформ".

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас