

Әле теге төбәктә, әле быныһында шундай ял биналары барлыҡҡа килгәнен ишетеп торабыҙ. Тәбиғәт ҡосағында уңайлы отель тиергә була уны.
Ҡырмыҫҡалы районының матур бер мөйөшөндә “Natura Park” глэмпингы ла эшләй. Был проектҡа 12 миллион һум инвестиция һалынған, алты кешегә яңы эш урыны булдырылған. Ә иң мөһиме, ошо глэмпинг төҙөү ниәте менән янған эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Вадим Сафин эш башлап торғанда “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Аңлағанға - ишара.
“Natura Park” йыл әйләнәһенә эшләй, 16 кешегә иҫәпләнгән. Теләһәң, балыҡ тот, теләһәң, сапбордта йөҙ, теләһәң, күлдең матурлығына һәм йылылығына һоҡлан.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.