Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
29 Июль 2022, 13:45

Күбек майы нисек эшләнә?

Ябай рецебы - яҙмала. Ә һеҙҙең яҡта был ризыҡ нисек атала, уны нисек әҙерләйһегеҙ?  

Күбек майы нисек эшләнә?Күбек майы нисек эшләнә?
Күбек майы нисек эшләнә?

Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәгән Гөлдәр Йәрмөхәмәтова "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә күбек майын (аҡ май) нисек эшләүе хаҡында яҙған.

"Әсәйемдең һөйләгәндәренән: "Өләсәйем туғып ултыра, килеп сыҡҡан күбек майын беҙгә касаларға һалып бирә. Унан да тәмлерәк нәмә бар микән, тип ашай торғайныҡ". Шул күбек майын эшләп ҡарарға булдым. Элек көбөлә туҡығандар бит инде, йыбанманым, музейҙан көбө алып ҡайтып, ҡырып йыуып, эшкә тотондом. Ураҙбай ауылынан күбек майы эшләгән Миңлегөл апай Ямалетдинованың өйрәтеүе буйынса ҡатыҡ ойоттом, ҡаймаҡты һыуытҡысҡа ҡуйманым. Ҡатыҡ ойоғас, көбөгә ҡаймаҡ менән ҡушып туҡый башланым. Ярты көн ултырҙым. Теге май төшмәгәс төшмәй бит инде. Ярар, бер литр ҡаймаҡ ҡушып туғылған айран бик тә тәмле булды.

Барыбер сығарам тип, Интернетта соҡона башланым. Рәхмәт "Яуап бар... Файҙалы кәңәштәр" төркөмө апайҙарына. Еңел ысулын өйрәткәндәр. Яңы айыртылған ҡаймаҡҡа өс ҡалаҡ ҡатыҡ һалып төнгөлөккә ултыртып ҡуяһың, шул айыртылған һөттән сөсө ҡатыҡ ойотаһың. Иртән ҡатыҡтан йылы һыу менән айран туғып, әсегән ҡаймаҡҡа ҡушып, өс литрлыҡ сиректә блендер менән туғый башланым. Оҙаҡ ҡына быжғылдаттым, блендерым ҡыҙып яна яҙҙы. Төштән һуң тағы туғыным. Ооо, төштө бит күбек майы! Ашауға еңел, тәмле! Эшләп ҡарағыҙ!" - тип яҙған Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.

Тәү ҡарамаҡҡа бик еңел дә кеүек. Ә һеҙҙең яҡта күбек майы (аҡ май) нисек эшләнә?

Гөлдәр Йәрмөхәмәтова фотоһы.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-07-29/k-bek-mayy-nisek-eshl-n-2890103

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас