

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» республика фестивале менән бер рәттән «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале бара, ти "Башинформ" агентлығы.
Быйыл унда Башҡортостандан, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь крайынан, Әстрхан, Силәбе, Омск өлкәләренән, Екатеринбургтан һәм Мәскәүҙән 100-гә яҡын уҡсы ҡатнаша. Ярыш ике номинацияла уҙғарыла: йәйәүлеләр һәм һыбайлылар турниры.
«Бөгөн беҙ һеҙҙең республикаға яуап сәфәре менән килдек, үҙебеҙҙә, Ҡалмыҡ Республикаһында, ярыштарҙы беренсе йыл ғына уҙғармайбыҙ, һеҙҙең спортсылар Рушан Хәсәнов менән Асҡар Ишбирҙин Элистала ойошторолған Еңеү клубына килә. Шуға күрә Башҡортостанды күреү беҙҙең хыял, маҡсат ине. Етәкселегебеҙ ярҙамында беҙ бөгөн һеҙҙә», — тине Ҡалмыҡ Республикаһының Һыбай уҡ атыу федерацияһы президенты, Рәсәйҙең һыбай уҡ атыу буйынса йыйылма командаһы ағзаһы Хонгр Уладаев.
Һыбай килеш уҡ атыу номинацияһында Ҡалмыҡ Республикаһынан Аркадий Бадмаев менән Очир Атинов ҡатнаша.
«Мәргән уҡсы» — төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән күләмле проект. Ул халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалауға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Традицион башҡорт уйындарының бер төрөн популярлаштырыуҙан тыш, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте милли этник кейем кейеп йөрөүҙе лә пропагандалай. Фестиваль 2016 йылдан бирле үткәрелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул республикабыҙҙан тыш, унан ситтә лә популярлыҡ яуланы. Төрлө йылдарҙа унда Германия, Төркиә, Литва, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Словакия, Дағстан, Рәсәй һәм Башҡортостан төбәктәренән уҡсылар ҡатнашты.
Автор и фото: башинформ.ру