

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса министрлығының ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙә “Ford Transit” микроавтобусы менән “КамАЗ” йөк автомобиле бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, микроавтобус Благовар районы үҙәге – Языков ауылынан Өфөгә китеп барған, салонында 20-гә яҡын пассажир булған. М-5 федераль автомобиль тарссаһының 1413-сө километрында ул юл эштәре барған урында ситке һыҙатта торған “КамАЗ”ға барып бәрелә.
Бәрелеш шул тиклем көслө була – ваҡиға урынында алты кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Республика ЮХХДИ идаралығының етәкселеге лә авария урынына сыҡҡан.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы аварияға ҡағылышлы һорауҙар менән "ышаныс телефонына" - +7(347) 222-87-89 шылтыратырға кәңәш итә.
Хөрмәтле водителдәр, юлда ашыҡмағыҙ, ошондай фажиғәләр күпме кешене бәхетһеҙ итеүе тураһында онотмағыҙ!
Фото: @mchsrb.
Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-07-25/ta-y-la-fazhi-ber-yuly-alty-keshe-2885327