Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
25 Июль 2022, 17:25

Спа-салондарың ары торһон!

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан пенсионер Фәрит Баязитов үҙ ҡулдары менән фитомискә яһаған!

Спа-салондарың ары торһон!Спа-салондарың ары торһон!
Спа-салондарың ары торһон!

Ысынлап та, бындай фитомискәләрҙе спа-салондарҙа осратырға мөмкин. Ә 82 йәшлек пенсионер уны үҙ ҡулдары менән яһаған. Фәрит Баязитов үҙенең эше менән Баймаҡ районының Манһыр ауылында үткән «Ер ҡото» фольклор фестивалендә ҡатнашты.

– Шифа – беҙҙең аяҡ аҫ­тында. Сирләп киткәс, ауы­лыбыҙ янынан файҙалы үлән­дәрҙе йыйып, үҙ-үҙемде дауа­ларға тотондом. Шулай фито­мискә яһау идеяһы барлыҡҡа килде. Ҡарағайҙан шаҡмаҡ мискә эшләнем. Бидонда үләндәрҙе ҡайнатып алам да, уны шланг менән мискәгә тоташтырам. Һыу бутырлап ҡайнап сыға һәм пары эскә инә. Унда түҙеп торғоһоҙ эҫе, яйлап мискәлә ултырыу ваҡытын оҙайта бараһың. Был йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә ауырыуҙарына бик килешә. Һатып алырға теләүселәр ҙә бар, ә минеңсә, уны һәр кем еңел генә эшләй ала, – ти Фәрит ағай.

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-07-25/spa-salondary-ary-tor-on-2885383

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас