Фажиғә М-5 трассаһының 1418-се саҡрымында теркәлгән: һарыҡ тейәлгән фура барьер кәртәһенә барып бәрелеп, 200 баш һәләк булған. Машина Шишмә районы яғынан хәрәкәт иткән. Водитель зыян күрмәгән. Юлда хәрәкәт асыҡ.
Ваҡиға урынында Уҙытамаҡ ауылы ҡотҡарыусылары эшләй. Фура янып китмәһен өсөн, махсус күбек һиптерелгән.
Мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Янғынға ҡаршы хеҙмәте бүлеште.
Фото: БР Янғынға ҡаршы хеҙмәттең матбуғат бүлеге.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-07-22/shishm-rayonynda-200-bash-ary-lg-n-2882801