

Мәскәүҙә шахмат турниры бер малай өсөн күңелһеҙ тамамланған. Уның бармағын уйынсы-робот һындырғансы тешләп алған.
Илдең баш ҡалаһындағы шахмат федерацияһы вице-президенты Сергей Смагин әйтеүенсә, был робот күптән инде, 15 йыллап, шахмат уйнай. Күп кеше ҡатнашлығындағы майҙандарҙа ла уйнаған. Бындай осраҡтың булыуы - ғәжәп хәл.
Шахматсы малайҙың бармағына гипс һалғандар, дөйөм хәле яҡшы. "Моғайын, малай һаҡһыҙ эш иткәндер", - ти ойоштороусылар. Шулай ҙа әле роботты турнирҙан ситләтеү мәсьәләһе ҡарала. Системаларын тикшерергә кәрәк, имеш.
Аптыраҡ, хәҙер роботтар ҙа кешегә зыян итә башланымы? Кеше кешене бөтөргәне етмәгән...