

Унда ауыл халҡы, ситтә йәшәүселәр ҡатнашты һәм тирә-яҡ ауылдарҙан да ҡунаҡтар килде.
Һарт-Наурыҙым – ғүмер наҙым
Яҙмышымдың яҡты биҙәге һин,
Тыуған ауылым,Һарт-Наурыҙым.
Тәрән тарихыңа ғорурланам,
Һиндә бәхетемә мин тыуҙым.
Биргем килә һиңә,ауылҡайым,
Йөрәгемдә булған бар наҙым.
Бала сағым,саф йәшлек йылдарым
Һиндә уҙғанға,Һарт- Наурыҙым.
Йәшәһә лә йыраҡ-йыраҡтарҙа,
Һинән айырылып,Наурыҙым,
Ашҡыналар тыуған төйәгенә
Һәр бер улың һинең,һәр ҡыҙың.
Ҡаршылаһам ине күп-күп йылдар
Еҙем ярҙарында һәр яҙым,
Аҡ томандарына Ағиҙелдең
Бөркәнгәндә гүзәл Наурыҙым.
Фәрғәт Ҡотлобаев.
Был осрашыуҙы халыҡ һағынып көтөп алғайны. Ваҡыт еткәс, бер һуҡмаҡтан атлап йөрөгән ауыл балаларының күбеһе таралышып, ҡунаҡ ҡына булып ҡайта. Һәр кемдең күңелендә бик ҡәҙерле иҫтәлекле мәлдәр, онотолмаҫ хәтирәләр була. Ризыҡтар ситтә булғас, осрашыуҙар ҙа һирәгәйә. Ә ошондай ауыл байрамдары бөтә ауылдаштарҙы йыйып, осраштыра һәм тыуған төйәкте, бала саҡты, йәшлекте, дуҫтарҙы, ауылдаштарҙы йылы хистәр менән иҫкә алырға мөмкинлек бирә.
Һәр ауылдың тарихы була. Документтарға күҙ һалһаҡ, Һарт-Наурыҙ ауылы бай тарихлы ауыл. Ата-бабалар күп быуаттар үҙҙәренең хәстәрлектәре менән йәшәгән, икмәк тапҡан, балалар үҫтергән, дошман илгә ябырылғанда, уны һаҡлап яуға күтәрелгән, ауыр тормош булғанда ла, тормоштоң йәмен табырға тырышҡан, байрам иткән, туйҙар уҙғарған. Улар тыуған яҡты, тыуған ерҙе яратҡан, ҡәҙерләп, киләһе быуындарға еткергән...
Изге ниәт менән уҙғарылған сараға һартнаурыҙҙарҙы ҡотлау һәм шатлыҡтарын уртаҡлашыу өсөн район хакимәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев, Прибельский ауыл Советы хакимиәте башлығы Наталья Суркова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре Альфред Мөхәмәтйәров, яҙыусы, журналист, ошо ауылдың тарихы буйынса китап авторы Риф Йөҙлөкбаев һәм башҡалар килгәйне. Уларҙың барыһы ла сығыш яһаны. Ҡунаҡтарҙан Фәрғәт Ҡотлобаев был ауыл тураһында үҙе ижад иткән шиғырын һөйләп ишеттерһә, Йәмил Әбделмәнов яҡташтарын ҡотлап, йырҙарын бүләк итте.
- Беҙ Һарт-Наурыҙ ауылы байрамына йыйылһаҡ та, беҙ үҙебеҙ - һартшишмәләр. Әммә тамырҙарыбыҙ бер. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йыраҡ-йыраҡ илдәрҙә, Иран илдәрендә йәшәп, Урта Азияға күсеп килгән. Артабан бер төркөм ата-бабаларыбыҙ Татарстан еренең Миңзәлә ҡалаһына килеп урынлашҡан. Шунан ҡайһы берҙәре был яҡтарға - Һарт-Наурыҙ, бер аҙҙан Һарт-Шишмәгә күсеп килгәндәр, ҡайһы берҙәре Учалы, Дыуан, Иглин райондарына сығып китеп, һарт ырыуҙарын дауам иткән...
Ошо минуттар менән файҙаланып, ошо ауылға нигеҙ һалыусыларға баш эйер инем. Беҙҙә билдәле шәхестәр күп. Ауылыбыҙҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәп эшләп килде. Ҡыҙғанысҡа, беҙ һуңғы сығарылыш уҡыусылары булдыҡ. Ул мәҙәни усаҡ та ине. Ул йылдарҙа уҡытҡан мәшһүр уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт белдерәм. Уларҙың яҡты иҫтәлегенә баш эйге килә. Уҡытыусыларыбыҙҙың беҙгә һалған уҡытыу нигеҙҙәре арҡаһында белемле булдыҡ.
Ауылға ингәндә обелиск, күркәм мәсет бар. Клуб та төҙөлһә, бик шәп булыр ине. Бәлки, ошо ауыл клубында сығыш яһарға насип та булыр, - тине Йәмил Әбделмәнов үҙ сығышында.
Эйе, кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, тормошта ниндәй дәрәжә һәм уңыштарға ирешһә лә, бының менән ул ауылына, ата-әсәһенә, уҡытыусыларына, ауылдаштарына рәхмәтле.
Артабан шәжәрәләрен төҙөгән Ҡотлояровтар, Абдуллиндар, Рауиловтар ғаиләләре бер-бер артлы сәхнәгә бергәләшеп сығып, сығыш яһанылар. Һәр нәҫел үҙенең шәжәрәһе тураһында һөйләне һәм туғандарҙың берҙәм, бергә йәшәүе менән ғорурланды.
Байрам айҡанлы, һартнаурыҙҙар хөрмәтенә йырлы-моңло концерт программаһы аралашып барҙы. Был көндө яңғыраған моң тирә-яҡҡа ағылды, дәртле музыка йәше һәм олоноң күңелен елкендереп, бейергә төшөрҙө...
Ауылдың ғорурлығы – уның тырыш, ауылы өсөн янып йәшәгән кешеләре. Төрлө сараларҙа, башланғыстарҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм был байрамды уҙғарыу өсөн әҙерлек эштәренә ҙур көс һалған Наил Рауилов, Руслан Ҡотлояров, Рәмилә Мортазина, Әҡсән Кәримов муниципаль райондың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ юбилярҙар – Рәлиф һәм Фидана Раҡимовтар Прибельский ауыл Советы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары алды. Яңы тормош ҡорған Ильвина һәм Денис Чепуриндар, 25 йыл бергә йәшәгән Әлиә һәм Мөнир Ҡотлояровтар, 50 йыл бергә йәшәгән Наилә һәм Әнис Рауиловтар, быйыл был ергә яңы кеше бүләк иткән Елена һәм Вил Низамовтар, ауылдың өлкән кешеләре – Мөғәлимә Ҡотлоярова, Нәғимә Абдуллина бүләкләнде.
Күмәк көс тау атҡара тигәндәй, эштәр ҙә, байрамдар ҙа уртаҡ көс менән ойошторола. Ауыл тормошонда иғәнәселәрҙең дә роле ҙур. Байрамды ойоштороуҙа иғәнә ярҙамы күрһәтеүсе Илдар Зәйнуллинға, Ришат Рауиловҡа, Рафаил Әхмәтовҡа Прибельский ауыл Советы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм донъяларын, баҡсаларын, ихаталарын сәскәгә төрөп йәшәүселәр ҙә бүләкләнде. Шулай итеп, “Иң яҡшы умартасы”, “Иң яҡшы ихата”, “Иң яҡшы хужалыҡ”, “Сәскә үҫтереүсе”, “Ҡул эше оҫтаһы”, “Көрәшсе” номинациялары буйынса ла тырыштар билдәләнде.
Был көндө осрашыуға килеүселәр һөйләшеп туя алманы. Уларға күңелһеҙләнеп ултырырға мөмкинлек бирелмәне. Һәр кем оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәләренә ҡарап һоҡланды, теләгәндәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты, спорт ярыштарында көстәрен һынаны.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн матур табын әҙерләнгәйне. Милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Кешеләр тәмле былау һәм ҡайнар сәй менән һыйланды.
Ғөмүмән, байрам гөрләп, иҫтә ҡалырлыҡ, эстәлекле булып уҙҙы. Ул халыҡ күңеленә хуш килде, кешеләр күңел тулы шатлыҡ хисе менән таралашты. Осрашыуҙың йылылығы күңелдәрҙә һаҡланып, оҙаҡ йылдар халыҡ хәтерендә ҡалыр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Гөлсәсәк Әсәҙуллина фотолары.