

Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатовҡа һәм Ҡабаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Әйүповҡа Беларус 82.1 тракторҙарының асҡыстарын тапшырҙы. Районда иң ҙур булған биләмәләр өсөн был техника бик кәрәкле. Заманса техника халыҡҡа хеҙмәт сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
Был көндө шулай уҡ Иҫке Муса һәм Боҙаяҙ ауыл Советтары биләмәләре башлыҡтары Илмира Ғәлиәхмәтова һәм Илмир Латипов трактор сапҡыстары алды.
- “Ҡала округтарын һәм ауыл биләмәләрен коммуналь техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу” программаһы сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы һәм Ҡабаҡ ауыл Советтарына Беларус МТЗ-82.1 тракторы асҡыстарын тапшырҙыҡ. Бөгөнгө көндә яңы техника йәмәғәтселек урындарын, ихаталарҙы йыйыштырыу һәм төҙөкләндереүгә тос өлөш була. Яңы машиналар күп функциялы, уларҙы ҡыш та, йәй ҙә файҙаланып була. Ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса тағы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрербеҙ, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Әйткәндәй, коммуналь хужалыҡ техникалары республика бюджеты ярҙамы буйынса алына. Һәр тракторҙың хаҡы ике миллион һумдан ашыу тип баһалана. Яңы техника ярҙамында эш күпкә тиҙерәк һәм сифатлы башҡарылыр, тигән өмөттә ҡала ауыл Советтары биләмәләре башлыҡтары.
- Биләмәләрҙең ваҡытында һәм сифатлы төҙөкләндерелеүе бик мөһим. Шуға күрә трактор паркын яңыртыу йәйге һәм ҡышҡы осорҙарҙа биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мәсьәләһен тиҙ арала башҡарыу мөмкинлеген бирәсәк,- тине Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.