

Унда аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләлә, яңғыҙ әсә ҡарамағында үҫкән һәм тәрбиәләнгән, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла тороусы бөтәһе егерме ике бала ял итә. Лагерҙың үҙенсәлеге – ялан шарттарында палаткаларҙа йәшәү, усаҡта аш-һыу әҙерләү, хәрбиләштерелгән тематик дәрестәр үткәреү. Балалар ике аҙна эсендә ял итеп кенә ҡалмай, физик әҙерлек менән шөғөлләнә һәм башланғыс хәрби әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә. Бынан тыш, унда йырлайҙар, бейейҙәр һәм башҡа төр мауығыуҙар бар.
- Балаларҙың ялы файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Лагерь башланғыс хәрби әҙерлек профилле булғас, балаларҙа тыуған илгә һөйөү, патриотик рух тәрбиәләү маҡсатында йүнәлеш алып барабыҙ. Төрлө хәрби әҙерлек күнекмәләр эшләүҙән тыш, концерт номерҙары әҙерләйбеҙ. Көнөбөҙ иртәнге сәғәт һигеҙҙән башлана. Балалар менән саф һауала зарядкаға баҫабыҙ, йүгерәбеҙ. Төшкө аштан һуң күлдә һыу инәбеҙ, катамарандарҙа йөҙәбеҙ, ә кисен усаҡ янында үткән көнгә йомғаҡ яһайбыҙ, тәьҫораттар менән бүлешәбеҙ. Лагерҙа шулай уҡ тарих, география, бизнес көндәре лә бар. Балалар башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләре менән шөғөлләнһен өсөн майҙансыҡта траншеялар ҡаҙылған, ҡаршылыҡтар һыҙаты, спорт инвентарҙары ҡуйылған. Туҡланыу бик яҡшы ойошторолған. Көнөнә биш тапҡыр ашайҙар. Ялан кухняһында дежурлыҡ итәбеҙ. Унда балалар ашнаҡсыларға аш әҙерләргә ярҙам итә. Аш-һыу әҙерләү оҫталары балаларҙы көн һайын тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡтар менән һыйлай,- ти лагерь директоры Владлен Курунов.
Өлкән вожатый Гөлнара Севастьянова, вожатыйҙар Карина Мөхәмәтова, Элина Фәтҡуллина, Руслан Карпов лагерь тормошон йәнле, ҡыҙыҡлы итеүҙә, балаларҙың һәр көнөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштороу өсөн тырышалар.
- Лагерҙа икенсе тапҡырмын – беренсеһендә ял итеүсе булараҡ килһәм, быйыл вожатый булырға теләк белдерҙем. Лагерҙа ике отряд төҙөлгән. Береһе, нигеҙҙә, мәҙәни-күңел асыу программалары әҙерләй, икенсе отряд физик әҙерлек менән шөғөлләнә. Балалар бөтә сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнашалар. Улар өсөн хәрби-спорт уйындарын үҙенсәлекле ойоштороуҙы, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бер ғаилә булып йәшәү рәүешен алғы планға ҡуйғанбыҙ,- ти Руслан Карпов.
- Прибельский мәктәбенең 5-се класын тамамланым. Бында миңә бик оҡшай, тәмле ашаталар. Иртән бутҡа, какао, төшөн аш, кискә былау бирәләр. Төрлө хәрби күнекмәләрҙә ҡатнашам. Бында ҡаршылыҡ һыҙаттарҙы үтеп, үҙемде көслө, ғәйрәтле, баһадир итеп тоям. Бынан тыш, концерт программаларында бейергә яратам. Бында бик рәхәт, тиҫтерҙәрем менән дуҫлашып та бөттөк,- ти Ильяс Карпов.
Олокүл ауылынан Мария Севастьянова ла лагерҙа алған тәьҫораттары менән бүлеште.
- Бында бик оҡшай. Ялан шарттарында палаткаларҙа йәшәүе ҡыҙыҡ. Иртәнсәк ҡоштар һайрауына уяныу - үҙе бер кинәнес. Көндәребеҙ мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай. Нептун көнө бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Был лагерҙа мин тәүге тапҡыр. Икенсе йылға тағы ла киләсәкмен,- ти Мария.
Йәйге матур мәл бик тиҙ үтә. Шуға күрә ошо ваҡытта балаларҙың сынығып, ҙурайып, һаулығын нығытып, яңы көс менән уҡыу йылын башлауын теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.