Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Июль 2022, 09:39

Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Мөкәй ауылы һылыуы Хәми­­това Зөһрә Зәкир ҡыҙы һәм Баймаҡ районы егете Мө­хә­мәт­йәнов Ғәзим Хәлфетдин улына

Байрамығыҙ ҡотло  булһын!Байрамығыҙ ҡотло  булһын!
Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Мөкәй ауылы һылыуы Хәми­­това Зөһрә Зәкир ҡыҙын һәм Баймаҡ районы егете Мө­хә­мәт­йәнов Ғәзим Хәлфетдин улын ғүмерҙәрен­дәге иң иҫтә­лекле гүзәл байрамдары - туй танта­наһы менән тәбрик­ләп, иң изге теләктәребеҙҙе етке­рә­беҙ. Бер-берегеҙгә булған ҡайнар хистәрегеҙҙе һаҡлап, туйҙа яуған те­ләктәрҙе аҡлап, матур ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә. Тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорнал­һын. Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы, бергә үтер юлығыҙ оҙон, һикәлтәһеҙ булһын.
Һеҙгә теләйбеҙ теләктәрҙең
Иң матурын, изгеһен.
Һеҙ йөрөгән юлдарға
Еҫле гөлдәр һибелһен.
Сәләмәт булығыҙ, гел йылмайып йәшәгеҙ,
Бәхет ҡунһын күңелегеҙ түренә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атлағыҙ ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Зәкир, әсәйегеҙ Рәзилә, ағайығыҙ Рәзил, еңгәгеҙ Миләүшә, туғандарығыҙ Рушан, Сулпан, Рәзиф, Оля.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас