

Профилактик рейд барышында ҡотҡарыусылар Ағиҙел йылғаһында ла Өфөнән ике йәш кешене ҡотҡарғандар - йылға уртаһында уларҙың һауа тултырылған матрасы баш түбән әйләнгән.
Иртән Дүртөйлөнән оло йәштәге ир Ағиҙел йылғаһы аша йөҙөп сығырға ниәтләгән. Әммә ярты юлда хәле бөтөп, элеватор менән уң яҡ яр араһындағы утрауҙан ярҙам һорап ҡысҡырған. Уны ҡотҡарыусылар ярға алып сыҡҡан.
Туймазы районының "Исмаил карьеры" быуаһында һыу ингән 42 йәшлек ир ҙә саҡ батмаған. Быуа уртаһында хәле бөтөп, ҡулдарын болғап, ярҙам һорап ҡысҡырған ирҙе кешеләр күреп ҡалып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.
Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яҙҙы.
Ә ҡотҡарыусылар ваҡытында килеп өлгөрмәһә?!...
Фото: gumerovfr