

Интернеттағы социаль селтәрҙәр емеш-еләкле фотолар менән тулды. Йомарт, ифрат бай шул тыуып үҫкән еребеҙ! Ә ниғмәттәре менән һыйлаған йәй – үҙе бер донъя кеүек тә, шул уҡ ваҡытта бер мәл генә лә.
Үткән ял көнөндә беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән Өфө районының иркен ялан-ҡырҙарына еләккә юлландыҡ. Еләк уңған быйыл баш ҡала янындағы туғайҙарҙа. Ярты көндә силәк-күнәктәрҙе тултырып ҡайттыҡ.
Был еләктәрҙе башлыса бөтәүләй туңдырыуға һалдым. Шулай уҡ ғаиләмде татлы бәлеш менән дә һыйланым.
Бәлеш рецебы
Ике-өс аш ҡалағы ҡаймаҡҡа (минеке ауыл ҡаймағы ине) шул сама кефир йәки ойоған һөт, самалап шәкәр, бер семтеп тоҙ һәм сода ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп табаға йәйгәс, өҫтөнә еләк һалып, 180 градус эҫелектәге мейестә 20 минут самаһы бешереп алырға. Бәлеш бешкәнсе ике-өс аш ҡалағы ҡала ҡаймағына шул сама шәкәр һалып, яҡшы итеп туҡырға. Мейестән сыҡҡан бәлеш өҫтөнә ошо ҡатнашманы тигеҙ итеп ҡойорға. Яңынан мейескә ҡуйырға кәрәкмәй, шул килеш һыуытырға.
Эремсекле тәмлекәс
Эремсеккә самалап шәкәр, ҡала ҡаймағы ҡушып яҡшы итеп туҡырға. Блендер менән эшләргә лә мөмкин. Табынға бирер алдынан еләк һалып бутарға.
Еләкле десерт
Кәрәк: 2-3 сәй ҡалағы желатин, 250 мл ҡайнап һыуынған һыу, 0,5 литр ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр, самалап еләк. Желатинды агар-агар тигән тәбиғи ҡуйыртҡыс менән алмаштырырға мөмкин.
Желатинды эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, 40-60 минутҡа ҡалдырырға. Ул йомшарып ҡабарғас, болғай-болғай иретеп, ҡайнау хәленә еткерергә, тик ҡайнатмаҫҡа.
Аҙ ғына һыуынғас, ошо массаға шәкәр һәм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғарға һәм емеш өҫтәргә. Силикон, быяла йәки башҡа төрлө һауыттарға һалып, 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тортты креманка, кәсә кеүек һауыттарға айырым порция итеп эшләргә лә мөмкин.
Аштарығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле, кәйефтәр күтәренке булһын!
Фотолар авторҙың шәхси архивынан.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-07-19/yomart-mi-gel-ber-m-l-gen-2878452