Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Июль 2022, 05:25

Туйҙарына бер йыл да булманы

Радик Юлъяҡшиндың ҡатыны кәмһетелеүе хаҡында һөйләне. Хатта эш хыянатҡа уҡ барып еткән.  

Туйҙарына бер йыл да булманыТуйҙарына бер йыл да булманы
Туйҙарына бер йыл да булманы

Радик Юлъяҡшиндың хәләл ефете Инзилә социаль селтәрҙә уны һәм яҡындарын насар хәбәрҙәр яҙып ялҡытыуҙары хаҡында һөйләне.

Бер йыл элек Башҡортостан милли эстрадаһының йәш артисы Радик Юлъяҡшин матур туй үткәрҙе. Бәхетле пар һәр ваҡыт тиерлек бергә - Радик менән Инзилә артистың концертына ла икәүләп йөрөй. Әммә кемгәлер бындай татыу ғаилә оҡшамай.
Билдәһеҙ кешеләр Инзиләгә һәм уның туғандарына кәмһетеү һүҙҙәре яҙа. Тиҙҙән Юлъяҡшиндар ғаиләһе тарҡалыр һәм Радик үҙенә яңы кәләш табыр, тип ышана хейтерҙар. Шулай уҡ улар Инзиләне иренә хыянат итеүҙә ғәйепләй һәм уның «насар» үткәне тураһында ғәйбәт уйлап сығара.

Бындай имеш-мимештәрҙе яҙыусыларға ҡыҙ бик асыулы. Ул аноним хәбәр таратыусыларға, ошондай һүҙҙәр яҙыр алдынан, баштары менән уйлауҙарын һораны.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас