Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Июль 2022, 10:03

Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн

Кер һабыны ниндәй осраҡтарҙа шәп дауа?

Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөнМатурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн
Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн

Ниндәй генә төрлө еҫле, ҡиммәтле һабындар, гель-ҡабартҡыстар теҙелеп ултырһа ла, ябай ғына кер һабыны ҡулланылыш буйынса алыштырғыһыҙ булып ҡала бирә, сөнки ул тәбиғилеге, аллергия тыуҙырмауы менән хәүефһеҙ.

Йыуыныу-таҙартыуҙан тыш та кер һабыны көндәлек тормошта күп файҙа килтерә. Мәҫәлән, ҡырҡылған, сапсылған, һыҙырылған тирегә уны һөртөп ҡуйғанда, инфекция яраға әҙерәк үтеп инә, тиҙерәк бөтәшә.

Бәрелеү-һуғылыуҙан күгәргән тәнгә һыуытҡыстан боҙ һалырға йәки кер һабыны һыларға була - эҙе лә ҡалмай.

Кер һабыны - вирустарға ҡаршы шәп сара. Танау тонғанда йәки киҙеү башланып ҡына торғанда, һабын иретелгән һыуҙа мамыҡты сылатып, шуның менән танау эсен таҙартырға була. Сирҙе иҫкәртеү сараһы булараҡ та ошолай эшкәртеү файҙалы.

Аяҡҡа бәшмәк сыҡҡанда лә кер һабыны ярҙамында дауаланып була: уны щеткаға һылап, сирле урынды ышҡырға, аҙағынан яҡшылап йыуып, ҡороторға һәм йод һыларға. Иртәле-кисле кер һабыны менән йыуып торғанда ла, алған шифаһы һиҙелерлек.

Ҡырынғанда тире ҡуҙғымаһын өсөн, ҡыйбатлы кремдар урынына кер һабынын ҡулланыу күпкә отошлораҡ.

Сәсте айына бер-ике тапҡыр булһа ла кер һабыны менән йыуыу, аҙағынан лимон һуты йәки аш һеркәһенең һыулы ҡатнашмаһы менән сайҡатыу ныҡ яҡшы һөҙөмтә бирә: сәс көслө булып китә, ҡауаҡ бөтә, һыныуҙан һәм ҡойолоуҙан туҡтай.

Тиреләге һытҡы, әҫпене ошолай бөтөрөп була: кер һабынын ҡырып, күперткәнсе туҡып, уға эре тоҙ ҡушып (1:1 нисбәтендә) болғатырға ла, таҙартылған тирегә һылап ярты сәғәткә ҡалдырырға. Шунан тәүҙә йылы, аҙаҡ һыуыҡ һыу менән йыуып төшөрөргә. Ыңғай һөҙөмтәһе шунда уҡ күренә, әммә уны нығытыр өсөн процедураны тағы бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк.

Табандың ярылған, ҡатҡан ҡалын тиреһенә лә килешә кер һабыны. Уның өсөн бер нисә көн рәттән ике литр йылы һыуға бер балғалаҡ сода һәм бер ҡалаҡ ҡырылған кер һабыны һалып күпертергә һәм аяҡты 15-20 минут тирәһе тығып ултырырға кәрәк.

Фото: posudaguide.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас