Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2022, 10:53

"Ҡыҙҙы сәсенән һөйрәнем, ә малай..."

Ағалы-ҡустылы Альберт менән Наил Басировтарға рәхмәт!  

"Ҡыҙҙы сәсенән һөйрәнем, ә малай...""Ҡыҙҙы сәсенән һөйрәнем, ә малай..."
"Ҡыҙҙы сәсенән һөйрәнем, ә малай..."

Ағалы-ҡустылы Альберт менән Наил Басировтарға рәхмәт!

Көндәр эҫетеү менән республиканың төрлө урындарынан ауыр яңылыҡтар килә башланы: кешеләр батып үлә. Уҙған ял көндәрендә генә һыу ятҡылыҡтарында тиҫтәнән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән.

Бындай ҡурҡыныс яңылыҡтар араһында күңелгә ышаныс өҫтәгәндәре лә бар. Кешеләр бер-береһенә ярҙамға килә. Ошондай осраҡтарҙың береһе күптән түгел Бөрө ҡалаһы янында, Ағиҙел йылғаһында була. Бишенселә уҡыған Софья менән өсөнсө класс уҡыусыһы Богдан өлкәндәргә өндәшмәй генә һыу инергә була. Тик йылғаның был урынында ағымдың көслө икәнен иҫәптә тотмайҙар, күрәһең. Балалар бата башлай. Ә яҡын кешеләре был ваҡытта яр буйында быҙау көтөп йөрөгән була.

Балаларҙың ҡысҡырыуын яр буйында ғаиләләре менән ял иткән ағалы-ҡустылы Альберт менән Наил Басировтар ишетеп ҡала. Улар, ике уйлап тормай, һыуға ташлана.

– Был минуттар минең өсөн мәңге һуҙылған кеүек тойолдо. Былай ауыр булыр тип уйламағайным. Рәхмәт, ағайым ярҙам итте. Беҙ барып еткәндә ҡыҙыҡай һыу аҫтына киткәйне, уны сәсенән һөйрәп сығарҙым. Малай мине күреп ҡалды ла йәбеште, уның менән саҡ-саҡ ярға барып еттек. Балалар ҡурҡты, үҙебеҙ ҙә был хәлдән шок кисерҙек. Уларға ҡәтғи итеп башҡаса һыу буйына өлкәндәрһеҙ бармаҫҡа ҡуштыҡ. Минеңсә, улар был хәлде ғүмергә хәтерендә ҡалдырыр, – тип һөйләгән Альберт.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларға батып үлеү өсөн бер нисә минут ваҡыт етә. Бер ниндәй осраҡта ла уларҙы яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ.

Фото: "Моя Уфа" порталы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас