Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2022, 11:24

Улым миңә " дуҫ" тип әйтә

Бөгөн - Халыҡ-ара башватҡыстар көнө. Тимәк, журналыбыҙҙың әүҙем дуҫы, башватҡыстар батшаһы Илдар Ғәбитовтың көнө.

Улым миңә " дуҫ" тип әйтәУлым миңә " дуҫ" тип әйтә
Улым миңә " дуҫ" тип әйтә

Илдар ағайыбыҙ башватҡыстар төҙөүгә лә, мәҡәлә яҙғандағы кеүек, ентекле әҙерләнә. Ғәҙәттә, кеше сканворд, кроссворд сисергә ял мәлендә ултыра. Төҙөүсегә ул ауыр эшме әллә башына ялмы?

– Был һорауҙы йыш бирәләр. Уны төҙөй белгәс, был шөғөл минең өсөн тик ял формаһы ғына. Башҡа эштәр менән булышып ялҡһам, кроссворд сисеп йәки төҙөп ял итеп алам. Шул уҡ ваҡытта минең баш һәр ваҡыт улар өсөн яңы һүҙҙәр, уларға ҡыҙыҡ аңлатмалар эҙләп табыу менән мәшғүл. Социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы фотолар күреп ҡалһам да, әһә, быларҙы башватҡыс төҙөгәндә лә ҡулланырға була, тип билдәләп ҡуям. Һүҙлектәрҙән Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтыҡын йыш ҡулланам. Бик уңайлы.

Атай-әсәй тәрбиәһе арҡаһында мин ваҡытымды бушҡа үткәрергә яратмайым. Шунлыҡтан уҡытыу, кроссвордтар төҙөү, мәҡәләләр яҙыу, ауылға ял һайын ҡайтып, физик эш менән булыу – бик уңайлы ул. Буш ваҡытым ҡалмай тиһәң дә, хата булмаҫ. Башҡортостанда минең башват­ҡыстарымды сисеүсе интеллектуалдар күбәйҙе. Үҙҙәре лә бик яҡшы итеп төҙөй ала. Һәм төҙөйҙәр, урындағы матбуғатта баҫылалар ҙа. Бик күптәре менән дуҫлаштыҡ, аралашабыҙ. Бәйләнеште тағы ла нығытыу, тығыҙыраҡ аралашыу маҡсатында йә берәй клуб, йә һабантуй формаһында осрашыуҙар ойошторорға иҫәп бар. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә башҡорт телен байытыуға, таратыуға булышлыҡ итер, башватҡыстар оҫта­ларын тағы ла күбәйтер ине.

Илдар Ғәбитовтың күп балалы атай. Ғаиләһе тураһында (ғөмүмән, үҙе үҫкән ғаилә тураһында ла) ул ихласлап, яратып, ғорурланып һөйләй.

– Хәләл ефетем Дилара Самат ҡыҙы сығышы буйынса Нуриман районынан. Бына 26 йыл инде бергә йәшәп, бер бөтөнгә әйләндек. Ул бөгөн Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында эшләй. Өс балабыҙ – Тимур, Таңсулпан һәм Бәхтийәр – беҙҙе ҡыуандырып үҫте. Тимур улыбыҙ хәҙер магистратурала уҡый, өйләнде. Таңсулпан мәктәпте алтын миҙалға бөтөп, быйыл бакалавриатты тамамлай. Бәхтийәр паспорт алып йөрөй.

Үҙебеҙ атай-әсәй тәрбиәһендә, бөтә нәмәгә шөкөр итеп, “кешенең бер рәхмәте мең бәләнән ҡотҡарыр” тип йәшәгәс, балаларыбыҙ ҙа тәртипле булып үҫте. Бәхтийәрҙең теле асылғас, ул миңә нишләптер “дуҫ” тип өндәште. Олоғайғас, дуҫтар кәмей бара, әйҙә, кинйә малайым миңә дуҫ булып торһон әле, тип, быға ҡар­шы булманым. Кешене аптыратып, беҙ әле һаман да дуҫ булып йөрөйбөҙ. Ваҡыты ет­кәс, “атай” тип әйтә башлар, тип өмөтлә­нәм. Ауылда яңғыҙ йәшәгән әсәйем дә: “Ярай әле Бәхтийәрҙе табырға башығыҙ еткән, үҙегеҙгә бер йыуаныс”, – тип ҡы­уандыра. Бәхтийәр – ысын дуҫ, уның менән һөйләшкән һүҙҙәр ысын мәғәнә­һендә миңә йәш булып ҡалырға, ә уға аҡыллы, тәрән фекер йөрөтөрлөк тыныс, олпат шәхес булып үҫергә булышлыҡ итә шикелле. Һуң өйләнгәс, балаларыма атай ҙа, “олатай” ҙа булырға тура килде инде.

Илдар Миҙхәт улы – ауыл балаһы. Ул ғына ла түгел, ә эш менән үҫкән, хеҙ­мәт­тең ҡиммәтен аңлаған быуын вәкиле. Ваҡыттың ҡәҙерен белгән, уны бушҡа үткәреүҙең насар икәненә ышанған һәм үҙен гел ниндәйҙер эш менән булырға көйләгән шәхестәрҙән.

– Эшһеҙ йөрөһәм, үҙемде ғәйепле кеүек тоям. Атайым, әсәйем иҫкә төшә. Уларҙың эшһеҙ мәлен күргәнем булманы. Бер ҡасан да ял иткәнем юҡ. Бөтә шөғөлөм – эш тә, ял да ул миңә. Нимәлер эшләйем икән, ул миңә ялдың бер төрө. Физик эште яратам. Нуриманда йорт төҙөйбөҙ. Ул да миңә – ял. Нимәнелер яҡшы итеп тамамлаһам, ҡәнәғәтлек алам һәм ял да итәм. Алдан план төҙөһәң, ул эштең йә шөғөлдөң бер ауырлығы ла тойолмай.

 

Автор һәм фото:Венер Исхаков
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас