

Исмәғил менән йәшләй өйләнештек. Барыһы ла беҙгә ҡарап һоҡланыуын йәшермәй, ҡунаҡҡа килһәк, әсәйем кейәүен өрмәгән ергә ултыртмай, әхирәттәрем дә бер ауыҙҙан “шәп егетте эләктерҙең, шилма ҡыҙ, бәхетле бул!” тип ҡабатларға ярата. Ысынлап та, ирем бик булдыҡлы, ғаиләһе өсөн ҡулдан килгәнен дә, килмәгәнен дә эшләргә тырышҡан, минең көйһөҙлөктәрҙе лә шым ғына үткәрә, ҡытыршылыҡтарҙы көйләй белгән киң күңелле кеше ине.
Тик Ғәлимә апайым ғына тәүҙән үк “күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй, ниңә шулай ашығып кейәүгә сыҡмаҡсы булдың?” тип теңкәгә тейҙе. “Ғүмер буйы ябай инженер аҡсаһына йәшәп ҡара әле, һөйөүеңдән ялҡын түгел, көл-күмер генә ҡалыр. Апайыңдан өлгө ал, донъя сибәре булмаһам да, һиңә ниндәй еҙнә алып ҡайттым!” – тип тә ебәрә. Еҙнәмә һүҙ тейҙерә алмайым, апайҙың маҡтаныр урыны бар, үҙе бер көн эшләмәһә лә, бал-май эсендә генә йөҙә, йыл да дингеҙ буйында ял итә, ҡиммәтле тун, алтын биҙәүестәренең иҫәбе-һаны юҡ... Йәл, Хоҙай Тәғәлә бала бәхетен татырға ғына бирмәне.
“Әминә, һин бит торғаны фәрештә, принцесса! Шул айыуҙай килбәтһеҙ, ҡырағай Исмәғилгә ҡарап күпме йәшәргә уйлайһың? Ғүмер ҡыҫҡа, үткәрмә бушҡа, туғанҡайым. Тирә-яғыңа күҙ һал, исмаһам, ана бәхетле кешеләр нисек йәшәй, күрәһеңме?” – тип миҫалдар килтерә торғас, мин дә һүҙ көрәштермәй, уның ыңғайына тора башланым. ”Кеше тормошо ҡола яланда, үҙ тормошоң ҡара урманда”, тигәндәй, ҡайһы саҡ ҡайҙа абынырыңды күҙ алдына ла килтерә алмайһың шул. Хыялдағы матур тормош, күңелле сәфәрҙәр, мул аҡса мине лә ҡыҙыҡтырмай ҡалманы.
...Осраҡлы ғына супермаркетта танышҡан Вадимдың баллы һүҙҙәре тамам башты әйләндерҙе. Ҡаса-боҫа осрашып йөрөргә уйым булманы, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдым. Ҡыҫҡаһы, шымтай Исмәғил менән тауыш-тынһыҙ ғына айырылыштыҡ. Хатта мин уның менән аңлашып та торманым, өҫтәлдә “Ғәфү ит, Исмәғил, һинән китәм, мин башҡа кешене яратам” тигән яҙыу ғына ҡалдырҙым да яуаплылыҡты өҫтөмдән алдым. Эстән уттай янһа ла, уның хис-тойғоһон тышҡа сығармаясағын белә инем инде. Вадим бер нисә магазин тота. Бына, исмаһам, ир, ҡулынан килмәгән эше, белмәгән кешеһе юҡ. Ә хан һарайындай йортондағы байлыҡ... Ғәлимә апайым менән директор еҙнәм дә ярышырлыҡ түгел. Әҙәмсә йәшәргә мәл етте ахыры миңә лә, тип эсемдән генә һөйөнәм. Вадимдың ҡуйған шарты ла аптыратманы, “ҡатын кеше эшләмәҫкә тейеш, уның былай ҙа йорт мәшәҡәттәре баштан ашҡан, Әминәкәйем”, тип эшкә сығыу теләген һүрҙе. Быға ҡәҙәр Вадимдың йортон йыйыштырып, аш-һыу әҙерләгән Хәҙисәне эштән ебәргәс, мин бөтөнләй үҙемде ысын хужабикә итеп тойҙом. Ул киткәнсегә тиклем миңә ғаиләләге тәртипте энәһенән ебенә тиклем тәфсирләп аңлатты: йыһаздарға туҙан ҡундырмаҫҡа, кухнялағы һауыт-һабаны ипле ҡулланырға, шалтыратмаҫҡа, ватмаҫҡа, ирҙең кейеме һәр саҡ таҙа, үтекләнгән, аяҡ кейемдәре ялтырап торорға тейеш... Эстән генә көлөмһөрәһәм дә, һиҙҙермәҫкә тырышам, “һәперәткә түгелмен әле шул тиклем, минең кеүек таҙалыҡ яратҡан кешене табырға кәрәк әле, өйрәтмәһәң дә, беләбеҙ”, йәнәһе. Иртәнгә ҡоймаҡ, кискелеккә мотлаҡ итле аш, йәшелсә салаты әҙерләргә... Хәҙисә шулай уҡ был йортта “зарарлы” тип иҫәпләнгән аҙыҡтар исемлеген дә ҡалдырҙы.
Аш-һыуҙы мин кинәнеп, фантазиямды ҡушып әҙерләргә яратам, тик Вадимға йә теге, йә был аҙыҡ ярамай, йә ”тоҙло", йә "артыҡ сөсө”. Ҡайһы саҡ көйһөҙ балалай йәнгә тейә. Ҡәйнәм дә утҡа май һипкәндәй оҡшамаған яғымды эләктереп алырға ғына тора. Ғөмүмән, минең фекерем менән ҡыҙыҡһынған, иҫәпләшкән, үтенесемә ҡолаҡ һалған кеше юҡлығын тора-бара яҡшы аңланым. Әйтерһең дә, мине ситлеккә бикләп ҡуйҙылар, нисек бында килеп эләккәнемде үҙем дә аңламайым, ни эшләп шул тиклем һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа булғанмын икән, тип үртәләм. Шулай ҙа Вадим менән араларҙың яҡынаясағына, мөнәсәбәттәрҙең йылынасағына ышанып бер йыл йәшәнем. Минең бында хужабикә түгел, ә хеҙмәтсе генә икәнемде аңлар өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк булды. Бер көн килеп әйберҙәремде йыйҙым да әсәйем эргәһенә ҡайтып киттем. Матур тормошто күрҙем, етте...
Элекке тыныс тормошома әйләнеп ҡайтып, Исмәғилдең йылы һүҙҙәрен ишетер өсөн нимә генә эшләмәҫ инем! Тик ни ҡылырға кәрәклеген белмәйем. Дөрөҫөн әйткәндә, элеккене бер нисек тә кире ҡайтарып булмаҫын яҡшы беләм. Минең һәр үтенесемде йүгерә-йүгерә үтәгән, кәрәкле дарыуҙы эҙләп, бөтә ҡаланы урап сыҡҡан, ҡалған һуңғы аҡсаға мине ял итергә ебәргән һиҙгер күңелле Исмәғилде юғалттым инде. ”Минең Әминәм иң матур, иң аҡыллы ҡатын”, тип ғорурланғанын иҫкә төшөрһәм, күҙгә ҡайнар йәштәр төйөлә. Ни өсөн булған бәхетебеҙҙең ҡәҙерен белмәйбеҙ икән? Ҡайҙалыр гел генә ынтылдым, туҡтауһыҙ эҙләндем, ә бәхет эргәлә генә булған...
Фото: istokphoto.com