

Рөстәм Миңлехановтың Дәүләт Советы составындағы “Татарстан Республикаһы Президенты” тип аталған вазифаһы “Татарстан Республикаһы Башлығы” тип үҙгәртелде. Рәсәй Президентының ошо хаҡтағы ҡарары Рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Әйтергә кәрәк, күрше Татарстан ошоға тиклем етәксеһе “президент” булараҡ нарыҡланған берҙән-бер Рәсәй төбәге булып ҡала килде. Быйыл 1 июндә Рәсәй субъектының юғары вазифауи шәхестәренең аталышында “президент” һүҙен ҡулланыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ғәмәлгә инде. Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы депутаттары был закон проектын хупламаны. Әммә һуңғараҡ күрше республика Президенты Рөстәм Миңлеханов Татарстандың законды һанлаған төбәк булыуы һәм уны үтәсәйәге хаҡында белдерҙе.
Фото: kazanfirst.ru