Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2022, 10:47

Малҡайҙарҙы йәшен атҡан

Был хәл Әбйәлил районының Әбйәлил ауылы эргәһендә була...  

Малҡайҙарҙы йәшен атҡанМалҡайҙарҙы йәшен атҡан
Малҡайҙарҙы йәшен атҡан

Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителеүенсә, кисә, 12 июлдә, көслө йәшен ваҡытында Әбйәлил районының Әбйәлил ауылы эргәһендә бер юлы бер нисә баш йылҡы малын йәшен ата. Улар утлап йөрөгән урынында йән бирә.

Йәшенле ямғыр боҙборсаҡҡа әйләнеп, кешеләрҙең хужалығына ла байтаҡ зыян килтерә. “Боҙборсаҡтың ҡайһы берҙәре бүҙәнә йомортҡаһы ҙурлығында булды. Хатта һыу колонкаһының япмаһын тиште”, - тип яҙҙылар был хәлдең шаһиттары социаль селтәрҙә.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/askarovo_abzelil

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас