+24 °С
Ямғыр


Республикала йәш ғаиләләргә торлаҡ алыу өсөн аҡсалата субсидия биреләсәк.
Бының өсөн власть органдары социаль түләүҙәр сифатында бирелгән средстволарға иҫәп-хисап алып барыу өсөн иҫәп асырға тейешле банктарҙы һайлап аласаҡ. Был хаҡта Ufa Time.ru хәбәр итә.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, хәҙерге ваҡытта йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Субсидиялар “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү” федераль программаһына ярашлы биреләсәк. Банктарҙы ошо йылдың көҙөндә һайлап аласаҡтар.
Фото: amic.ru