Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Июль 2022, 06:39

Күршеләрҙә пассажир теплоходы батҡан...

Татарстанда Волга буйлап  пассажирҙарҙы сәйәхәттә алып йөрөгән теплоход батҡан. Уның бортында 34 кеше булған. 

Күршеләрҙә пассажир теплоходы батҡан...Күршеләрҙә пассажир теплоходы батҡан...
Күршеләрҙә пассажир теплоходы батҡан...

"Башинформ" матбуғат агентлығы белдереүенсә, күршеләрҙә булған күңелһеҙ ваҡиғаға, яҡынса күҙаллауҙар буйынса, 1994 йылда төҙөлгән Казанец-1 пассажирҙар катамаранында һиҙелерлек артыҡ йөк сәбәпсе булған. Иң күп кеше һыйҙырышлы булғанда уның бортында 15 кеше урынына 34 кеше була, бынан тыш, катамаран техник яҡтан төҙөк тә булмаған.

Был хаҡта  шулай уҡ Рәсәй Тәфтиш комитетының үҙәк мәғлүмәт идаралығының телеграм-каналы хәбәр иткән. Ведомствола билдәләүҙәренсә, пассажирҙарҙан бер кем дә зыян күрмәгән - кешеләр тиҙ генә кәмәләр менән ҡотҡарылып, ярға сығарылған.

Ваҡиға Волга буйлап йөҙөп барған судно Аракчино ауылы янында теркәлгән. 

Хәҙер тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Ғәйеплеләргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың 10 июлендә Волгала "Булгария" теплоходы батып, фажиғәлә 122 кешенең, шул иҫәптән 28 баланың ғүмере өҙөлгәйне. 

Фото: "Башинформ"

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас