Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Июль 2022, 06:27

Массаж сеансы ике айлыҡ сабый өсөн үкенесле тамамлана

Әсә кеше оҫта башҡа балаларға массаж яһауын дауам итә, тип борсола.

Массаж сеансы ике айлыҡ сабый өсөн үкенесле тамамланаМассаж сеансы ике айлыҡ сабый өсөн үкенесле тамамлана
Массаж сеансы ике айлыҡ сабый өсөн үкенесле тамамлана

Был хәл Өфөлә 2 йыл элек була. Альбина исемле ҡатындың улына 2 ай булғас, табиптар массаж курсын үтергә кәңәш итә.

Әсә кеше улына таныш оҫтаны һайлай - ул быға тиклем өлкән балаһын дауалаған булған. Сираттағы массаждан һуң оҫта баланы әсәһенә бирә, ә үҙе ҡабалана-ҡабалана ҡулдарын йыуа башлай.

- Леон был мәлдә ныҡ ҡысҡыра ине. Оҫта «Нимә булды?» тигән һорауға яуаптан тиҙ генә китте һәм сығыу яғын ҡараны, - ти әсә.

Ярһыған улдарын ата-әсә дауаханаға алып барған, унда уға бот һөйәге һынған тип хәбәр иткән. Шул уҡ көндө ғаилә полицияға ғариза яҙған.

Енәйәт эшен ҡуҙғатҡандар, ләкин һаман бер кем дә язаға тарттырылмаған.

Был ғәйепләнеүселәрҙең процесты махсус һуҙыуы менән бәйле, тип иҫәпләй адвокат. Сөнки ҡатынға 2 йыл төрмә янай.

Оҫта бер тапҡыр ҙа ғаиләгә шылтыратмаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас