

Вячеслав Володин үҙенең Телеграм-каналында яҙыуынса, яңы коронавирус пандемияһынан зыян күргән дәүләттәргә АҠШ компенсация түләргә тейеш.
Ил парламенты спикеры, яуаплылыҡ тап Америка Ҡушма Штаттарында, ти.
Володин Америка ғалимы Джеффри Сакстың, коронавирус биологик лабораторияларҙа барлыҡҡа килтерелгән, тигән фекеренә һылтанма яһай. Баҡһаң, ғалимдар ике йыл буйына тикшереүҙәр алып барған.
"Сегодня, когда звучат подобные обвинения, [президент США Джо] Байден молчит. Боится, что мир узнает правду об истинном виновнике пандемии", - тип яҙған парламент рәйесе.
АҠШ-тың компенсация түләйәсәге төшкә ингән хыял кеүек.