Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Июль 2022, 17:53

Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшөрмө?

Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшөүе ихтимал. 

Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшөрмө?Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшөрмө?
Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшөрмө?

Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшөүе ихтимал. 

Рәсәй мәғлүмәт агентлығы Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровтың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Рәсәй машиналарына хаҡтар йыл дауамында яйлап кәмейәсәк, уларҙың артабан да ҡыйбатланыуына сәбәп юҡ.

Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем Рәсәйҙә автомобилдәр хаҡы осһоҙланыуы көтөлә. Рәсәй мәғлүмәт агентлығы Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровтың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Рәсәй машиналарына хаҡтар йыл дауамында яйлап кәмейәсәк, уларҙың артабан да ҡыйбатланыуына сәбәп юҡ. Министр белдереүенсә, әлеге көндә беренсе кварталда юғары валюта курсы буйынса һатып алынған машиналар баҙарға сығарыла. Һатыусыларға артабан да юғары хаҡ тотоуҙан файҙа булмаясаҡ, сөнки ихтыяж кәмеһә, салондар күпләп зыян күрәсәк. Компанияларға баҙар шарттарына күнергә тура киләсәк, ә хөкүмәт үҙ сиратында ярҙам саралары тәҡдим итәсәк. Денис Мантуров билдәләүенсә, Рәсәйҙә йыл башынан сит ил һәм Рәсәй автомобилдәренә хаҡ  25-30 процентҡа артҡан.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас