Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Июль 2022, 16:08

Башҡортостанда 6 июлдән беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башлана

Башҡортостанда 6 июлдән мәктәпкә беркетелмәгән биләмәлә йәшәгән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Башҡортостанда 6 июлдән беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башланаБашҡортостанда 6 июлдән беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башлана
Башҡортостанда 6 июлдән беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башлана

Башҡортостанда 6 июлдән мәктәпкә беркетелмәгән биләмәлә йәшәгән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Ошо осорҙа ата-әсәләр икенсе райондың мәктәптәренә ғариза бирергә мөмкин. Быны 5 сентябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша эшләргә була.

«Дәүләт хеҙмәттәре порталында мәктәпкә ғариза биреү бик уңайлы. Беҙҙең республика өсөн хеҙмәт бер юлы ике платформала: Дәүләт хеҙмәттәренең федераль һәм төбәк порталдарында күрһәтелә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

«Балаларҙы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү» электрон хеҙмәтен юллау өсөн ата-әсәнең паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы һәм йәшәгән урыны тураһында белешмә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәпкә ҡабул итеүҙең беренсе этабы 1 апрелдә башланып, 30 июнгә тиклем дауам итте.

Республика порталында «Мәктәпкә яҙылыу» хеҙмәте — ошо һылтанма буйынса

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-04/v-bashkirii-s-6-iyulya-nachinaetsya-vtoraya-volna-priema-zayavleniy-v-1-klass-2862729

Фото:Валерий Шахов

Автор: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-07-04/bash-ortostanda-6-iyuld-n-berense-klas-a-arizalar-abul-ite-e-ikense-tul-yny-bashlana-2862830

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас