Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Июль 2022, 11:17

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Башҡортостан хозурлығына һоҡланып йәйәү туризм яратҡан кешеләргә шәп яңылыҡ! 

Башҡортостан буйлап сәйәхәтБашҡортостан буйлап сәйәхәт
Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Ирекмәндәр  көньяҡ Урал һуҡмағында, Әбйәлил һәм Белорет райондары буйлап 300 километр юлды билдәләп сыҡҡандар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә ошо яңылыҡ менән уртаҡлашҡан.

Башҡортостан хозурлығына һоҡланып йәйәү туризм яратҡан кешеләргә шәп яңылыҡ! Ирекмәндәр  көньяҡ Урал һуҡмағында, Әбйәлил һәм Белорет райондары буйлап 300 километр юлды билдәләп сыҡҡандар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә ошо яңылыҡ менән уртаҡлашҡан.

 Йәйәү туризм өсөн юл билдәләүҙә Өфө, Белорет, Магнитогорск, Силәбе, Санкт- Петербург ҡалаларының ирекмәндәре ҡатнашҡан. Маршрут һалыу өсөн буяҡ һәм махсус ҡоролманы ирекмәндәр үҙҙәре һатып алған. Бының өсөн кәрәкле аҡсаны краудфандинг платформаһында йыйғандар.

  • Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйем, көньяҡ Урал һуҡмағы беҙҙең әүҙем тормош позицияһы менән йәшәүсе һәм сәйәхәтсе Риф Ғәбитовтың проекты. Был 500 километр оҙонлоғондағы уникаль йәйәү маршрут көньяҡ Уралдың иҫтәлекле урындары аша үтә – Яҡтыкүль, Ирәмәл, Ирәктәш, Ағиҙел сығанағы һәм башҡа урындар инә. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа ситтә ҡалманыҡ,  Николаевка һәм Отнурок ауылдары янында һуҡмаҡ буйлап карта, маршрут буйынса мәғлүмәт биргән  алтаҡта һәм билдә ҡуйҙыҡ. Киләсәктә күрһәтеүсе алтаҡталаррҙы бөтә Башҡортостан буйлап урынлаштырырға иҫәп тотабыҙ. Барлығы республикала 1272 туристик билдә, шул иҫәптән инглиз һәм башҡорт телдәрендәге навигациялар ҡуйылды. Киләсәктә Башҡортостан буйлап сәйәхәт Рәсәйҙә абруй ҡаҙаныр тигән ышанысым бар, - тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Автор и фото:Гөлнур Ишбулатова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас