+24 °С
Ямғыр


Шулай уҡ кисә Туймазы районындағы Ҡандракүл буйында иҫкәртеү рейдтары барышында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары 1992 һәм 2014 йылғы ике кешене ҡотҡарған. Ярҙан 200 метр алыҫлыҡта һауа тултырылған матрас тишелгәс, ҡатын ярҙам һорап ҡысҡыра башлаған. Ике ҡотҡарыусы тиҙ арала һыуға сумып, яндарына йөҙөп барып, уларға һыу өҫтөндә ҡалырға ярҙам итешкән, тиҙҙән өс ҡотҡарыусы ла кәмәлә йөҙөп килеп өлгөргән. Бәләгә тарыған икәүҙе ҡотҡарыуҙа Ҡазандан килгән ир ҙә ярҙамлашҡан.
Фото: goskomitetrb