Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июнь 2022, 22:06

Водителдәр ыҙғышы бер ирҙең һәләк булыуы менән тамамланған...

Кешеләр ниңә шулай агрессив икән?

Водителдәр ыҙғышы бер ирҙең һәләк булыуы менән тамамланған...
Водителдәр ыҙғышы бер ирҙең һәләк булыуы менән тамамланған...

Өфөлә «Газель» машинаһына идара иткән 56 йәшлек ир һәм сит ил машинаһы руле артындағы 24 йәшлек егет үҙ-ара юлды бүлешә алмай. Ирҙәр ыҙғышып китә. Еңел машина водителе тыныс ҡына ваҡиға урынын ҡалдыра, ә икенсеһе иҫен юйып ҡолай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бүтән уянмай.

Әлеге ваҡытта тәфтишселәр тикшереү үткәрә. Уның һөҙөмтәһендә процессуаль ҡарар сығарыласаҡ.

Кешеләр ниңә шулай агрессив икән? Айырыуса юлдарҙа ҡайһы берҙәр ярһыулығын тыйып ала алмай. Машина менән саҡ ҡына яңылыш хәрәкәт яһаныңмы, биллаһи, тапап китерҙәр... 

Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Автор:Инсаф Хужабирганов

Фото: Йәшлек гәзите

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-24/voditeld-r-y-yshy-ber-ir-e-l-k-bulyuy-men-n-tamamlan-an-2853697

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: