Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июнь 2022, 20:51

Республикала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо фаразлана

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы

Республикала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо фаразлана

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 24 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә . Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында ел көсәйеүсән. Һауа температураһы +21, +26, көньяҡта +28, +33 градус була.

Шәмбе, 25 июндә, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Төндә +10, +15, көндөҙ +20, +25, республиканың көньяғында төндә +14, +19, көндөҙ +24, +29 градус.

Йәкшәмбе, 26 июндә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-24/v-bashkirii-v-blizhayshie-vyhodnye-prognoziruetsya-zharkaya-i-dozhdlivaya-pogoda-2852320

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: