

Һуңғы көндәрҙә көнө-төнө яуған ямғыр, дымлылыҡ һәм бысраҡ тамам үҙәккә үтте. Португалиялағы кеүек ямғыр яуғанда эшкә килмәҫкә рөхсәт булһа, нисәмә көн ял итер инек, әй? Билдәле булыуынса, был ил халҡы халҡы ғына ямғырлы көндә эшкә сыҡмай икән. Сөнки унда ямғыр эш урынына бармаҫ өсөн етди сәбәп булып тора.
Португалия – Европалағы иң ҡояшлы ил, унда ямғырһыҙ 364 көн булыуы мөмкин. Шуға күрә эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәренә ямғырлы көндө өйҙә үткәрергә рөхсәт итә. Хәйер, даими ҡоро климат шарттарында португалдар көтөлмәгән ямғыр яуыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Ә һеҙҙең эштә ямғыр яуыуҙы һылтау итеп эшкә йөрөмәүселәр бармы?
Фото: Т. Аманов