+25 °С
Ясно


Законда ҡаралғанса, ғаиләһенән айырылған ир балаһына ғына түгел, ҡатынына ла түбәндәге осраҡта алимент түләй.
– Ҡатын ауырлы булғанда йәки 3 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялда булғанда.
– 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы ҡарап эшләмәгәндә.
– Эшкә яраҡлы булмағанда.
Уның суммаһы төбәктәге бер йәшәү минимумы күләменән кәм булмаҫҡа тейеш. Никахтары рәсми рәүештә теркәлмәгән парҙар бындай төр алиментҡа өмөт итә алмай.
Фото: kredit-on.ru