Даирә
+8 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
9 Июня 2022, 13:32

Аллергиянан дегәнәк ярҙам итә

Аллергиянан ниндәй дарыу эсергә белмәгәндә, дегенәк тамырынан тәҡдим ителгән халыҡ дауаһын ҡулланып ҡарағыҙ.

Аллергиянан дегәнәк ярҙам итәАллергиянан дегәнәк ярҙам итә
Аллергиянан дегәнәк ярҙам итә

Аллергиянан ниндәй дарыу эсергә белмәгәндә, дегенәк тамырынан тәҡдим ителгән халыҡ дауаһын ҡулланып ҡарағыҙ.  Был осраҡта уны бәпембә менән бергә файҙаланыу  һөҙөмтәлерәк.

 1.Кистән ике ҡалаҡ дегәнәк тамырына ярты литр ҡайнатылмаған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән шуны  утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡансы тоторға һәм 5 минут ҡайнатырға.   Әҙер булғас һөҙөп алып, ас ҡарынға ярты стакан эсергә.   Ҡалғанын  өскә бүлеп, көн дауамында ҡулланырға.

    2. Кистән берәр ҡалаҡ дегәнәк менән бәпембә тамырына 3 стакан  ҡайнатып һыуытылған  һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға.  Иртәнсәк уны быу өҫтөнә ҡуйып, 10 минут  йылытырға.   Әҙер булғас, һөҙөп алып,  көнөнә биш тапҡыр 1/3 стакан эсергә.

    3. Берәр ҡалаҡ дегәнәк, бәпембә тамыры һәм  гөлйемеш емешенә  бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, пар өҫтөнә ҡуйырға. 15 минут тотҡандан һуң,  һөҙөп алып, көнөнә  өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә. 

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас