Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2022, 19:51

9 июнь - Халыҡ-ара дуҫтар көнө

“Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын”, ти  халыҡ мәҡәле. Ә һеҙҙең дуҫығыҙ бармы? Бәлки, ышанып йөрөгән дуҫығыҙ һинең өсөн ауыр мәлдә юҡҡа сыҡҡандыр... Яҙығыҙ. 

9 июнь - Халыҡ-ара дуҫтар көнө
9 июнь - Халыҡ-ара дуҫтар көнө

Дуҫ — ул һинең шатлығыңды уртаҡлашыусы, ҡайғыңды таратыусы, йыуатыусы, күңелеңә иң яҡын кешең. Дуҫтарҙың ҡараштары тап килеүе — оло ҡыуаныс. Береһе — бер, икенсеһе икенсе төрлө һүҙ һөйләгәндәр тиҙ хушлаша. Дуҫлыҡҡа тап төшмәһен өсөн һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белергә кәрәк. “Дуҫҡа баш булмайҙар, тиң булалар”, тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Дуҫыңа вәғәҙә биргәнһең икән — мотлаҡ үтәргә тейешһең. “Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын”, ти ошо хаҡта халыҡ мәҡәле.

Фото: worldofgym.com

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас