Даирә
+13 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
7 Июня 2022, 04:03

Тағы ла пенсия тураһында

Пенсияның тупланма өлөшө тураһында

Тағы ла пенсия тураһындаТағы ла пенсия тураһында
Тағы ла пенсия тураһында

Пенсияның тупланма өлөшөн нисә йәштә алырға мөмкин?

Тупланма пенсия страховка пенсияһына ҡарағанда алдараҡ тәғәйенләнә. Ҡатын-ҡыҙҙарға уны - 55 йәштән, ә ирҙәргә 60 йәштән ала башларға була (йәки тулыһынса бер тапҡыр алырға мөмкин).

Шуныһы мөһим: тупланма пенсия алыу страховка түләүҙәре күләменә йоғонто яһамай.

Уны алыу өсөн түбәндәге кешеләр мөрәжәғәт итә ала:
- 2002 йылдан 2013 йылға тиклем рәсми рәүештә эшләгән;
- үҙ теләге менән пенсия иғәнәһе түләгән;
-әсәлек капиталын пенсия булдырыуға йүнәлткән.

Тупланма пенсияны нисек түләйҙәр:

- ай һайын, мөҙҙәтһеҙ;
- страховка пенсияһына хоҡуғы булмағандарға йәки тупланма пенсия күләме страховка һәм тупланма пенсияның дөйөм суммаһының 5 процентынан кәмерәк булғандарға - бер тапҡыр;
- 10 йыл дауамында әсәлек капиталынан, пенсия түләүҙәренән һәм вкладтарҙың проценттарынан торған ашығыс пенсия түләүе итеп.

Һорауҙарығыҙ булһа, Пенсия фонды белгестәренә:
- Башҡортостандағы берҙәм бәйләнеш үҙәге номеры буйынса: 8 (800) 600-02-21
- Рәсәй Пенсия фондының берҙәм бәйләнеш үҙәге номеры буйынса: 8 (800) 600-00-00
- Башҡортостан Республикаһындағы Пенсия фондының клиенттар хеҙмәттәренә - адрестар һәм бәйләнештәр ошонда: https://pfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032
- Пенсия фондының электрон ҡабул итеү бүлмәһенә түбәндәге һылтанма буйынса: https://es.pfrf.ru/appeal мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас