Даирә
+8 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
7 Июня 2022, 04:14

Серәкәйҙәр, күгәүендәр йонсотһа...

Һәр кемдең серкәйҙән, ләпәктән тешләнгәне барҙыр.  Серәкәй тешләүенең организмға артыҡ зыяны юҡ  ул юҡлыҡҡа. Шулай ҙа был бөжәктәргә ҡул һелтәп кенә ҡарарға ярамай, төрлө кешегә төрлөсә йоғонто яһауы, аллергия ла булыуы ихтимал.  

Серәкәйҙәр, күгәүендәр йонсотһа...Серәкәйҙәр, күгәүендәр йонсотһа...
Серәкәйҙәр, күгәүендәр йонсотһа...

Сағылған осраҡта иң беренсе нимә эшләргә һуң?

Әрнеп ауыртҡан тиренгә һалҡын компресс ҡуйырға ҡушалар. Бының өсөн  һыуытҡыстағы боҙ ҙа ярай. Оҙаҡ тоторға ярамай, ни бары 5 – 10 секунд та етә.  Был ғәмәлегеҙ тирене тынысландырырға ярҙасм итәсәк.  Һалҡын боҙ  тиренең өҫтөн туңдыра, һөҙөмтәлә уның шешеүе ҡайта.  Әгәр ҙә ҡырҙа, урманда тешләнеп, янығыҙҙа һыуытҡыс булмаһа, боҙҙо һалҡын шешә йәиһә йәшелсәләр алмаштыра ала. 

Иң мөһиме – зыян күргән урынды тырнарға ярамай, юғиһә ул аҙып китеүе ихтимал. Бигерәк тә күгәүен саҡҡан урынға теймәгеҙ, ул былай ҙа шешеүсән була.

Ҡысытыуҙы нашатыр спирты менән баҫырға мөмкин. Шулай уҡ бер балағалаҡ аш содаһын  бер стакан һыуҙа эретеп, тешләнгән урынды еүешләргә мөмкин.  Тирегә бөтнөк еҫле бальзам һөртөргә лә була. Әгәр ҙә ҡул аҫтында бер нәмә лә булмаһа, теш пастаһы ла ярай.   

 Кемдәргә аллергия ҡурҡынысы янай, серәкәй йәиһә ләпәк тешләгәндә  супрастин йәки диазолин кеүек  аллергияға ҡаршы дарыу эсергә ҡушалар. 

Хәҙер серәкәйҙе һәм төрлө ҡанэскес бөжәктәргә ҡаршы төрлө майҙар, кремдар, спрейҙар ҙа күп. Тик уларҙың йоғонтоһо ғәҙәттә 3 – 4 сәғәткә генә етә. Көнө буйы янығыҙға серәкәй килмәһен тиһәгеҙ, иртән бер-ике төймә В витамины эсегеҙ.

Ҡанэскес бөжәктәргә ҡаршы халыҡ дауаһы

Тиренең ҡысыуын һәм  ҡысыуын ҡара төҫтәге кер һабынының иретмәһе баҫыуы ихтимал.  Бының өсөн серәкәй йә ләпәк тешләгән урынға һабын  һөртөргә кәрәк.

Шулай уҡ ҡысыуын баҫыу өсөн  сода, һыу һәм бөтнөк майы ҡушып әҙерләнгән бутҡаны  файҙаланырға мөмкин.  Бөтнөк йәки ментол нигеҙендә әҙерләнгән бальзам да ярҙам итә.

Зарарланған тирене ваҡыты-ваҡыты менән  1:1 нисбәтендә тоҙ һәм һыу ҡатыштырылған һеркә менән ыуырға мөмкин.  Һеркәгә манып алынған мамыҡты ярты   сәғәткә зыян күргән урынға ҡуйһаң, ҡысытыуы ла, әсетеүе лә баҫылыр.

Ябай бәпембәне лә  ҡулланырға була. Уны һуты сыҡҡансы   ваҡлап турап  тешләнгән урынға бинт менән бәйләп ҡуйырға  һәм өс сәғәт һайын яңыртып торорға кәрәк.  Петрушка ла шундай уҡ үҙенсәлеккә эйә.

Серәкәй, ләпәк һәм күгәүен тешләүенә ҡаршы башлы һуғанды, помдорҙы  ла ҡулланалар. Бының өсөн яңы ғына ҡырҡылған  өлөшөн тешләнгән урынға ябып, бинт менән бәйләп ҡуйырға кәрәк.

Серәкәйҙәрҙән һаҡланыу сараһы булараҡ, ҡайһы берәүҙәр ҡырға сыҡҡанда тәнгә һеркә, көнбағыш майы һәм шампунды бергә бутап тәнгә һөртөргә кәңәш итә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас